

Башҡортостан Хөкүмәтенең 1999 – 2008 йылдарҙағы Премьер-министры Р.И. Байдәүләтов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе.
– Халыҡ иҫәбен алыу – дәүләт тарафынан тормошҡа ашырылған ифрат мөһим бурыс. Уның һөҙөмтәләре халыҡ хужалығының бөтә өлкәләрендә лә тиерлек файҙаланыла. Беҙ социаль дәүләттә йәшәйбеҙ һәм кешеләр хаҡында хәстәрлеккә йүнәлтелгән саралар теҙмәһен халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарына ҡарамай төҙөү еңел-елпелек булыр ине, – тине Рафаэль Ибраһим улы. – Халыҡ иҫәбе тураһында мәғлүмәттәр ун йыл һайын яңыртылырға тейеш. Ил етәкселеге стратегик үҫеш планында иҫкергән һандарға таяна алмай. Элек, 2002 йылда, мин республика Хөкүмәтенә етәкселек иткәндә, халыҡ иҫәбен алыуға бик етди әһәмиәт бирҙек. Уға хәтлемге иҫәп алыу 1989 йылда уҡ, Советтар Союзы осоронда, үткәрелгән ине. Ил инде бөтөнләй икенсе төрлө ҡоролошта йәшәй, йәмғиәт структураһы, дәүләт идараһы тамырынан үҙгәргән. Беҙгә эште нигеҙҙән башларға тура килде. Теләгебеҙгә өлгәштек, тип уйлайым, сөнки шул саҡтағы мәғлүмәттәргә таянып дәүләттең яңы социаль-иҡтисади системаһын төҙөргә мөмкин булды. Ул һаман да эшләй.
Барлыҡ Башҡортостан халҡын, иҫәп алыусыларҙы әлеге эшкә яуаплы ҡарарға саҡырам. Беҙҙең ниндәй һөҙөмтә алыуыбыҙ һәм артабан нисек үҫешеүебеҙ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙгә бәйле.
Фото: bashinform.ru