ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2021, 12:03

Һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе билдәләргә тейешбеҙ

Рәсәй фәндәр академияһының философия институты фәнни хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Илшат Насыров Халыҡ иҫәбен алыуға һәр башҡорт яуаплы ҡарарға тейеш тип иҫәпләй.

Һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе билдәләргә тейешбеҙҺәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе билдәләргә тейешбеҙ
Һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе билдәләргә тейешбеҙ

Рәсәй фәндәр академияһының философия институты фәнни хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Илшат Насыров Халыҡ иҫәбен алыуға һәр башҡорт яуаплы ҡарарға тейеш тип иҫәпләй.

- Туған телде ниндәй кимәлдә белеүгә ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе билдәләргә тейешбеҙ.
Бөгөн мин үҙебеҙҙең йәштәр менән йыш аралашам. Улар көндәлек тормошта рус теле менән аралашҡанда ла,
сығыштары менән башҡорт булыуҙарын айырым билдәләйҙәр. Был яҡшы күренеш.
Туған тел булараҡ - әсә телен - башҡорт телен күрһәтеп, башҡорт халҡының төп этник үҙенсәлеген һаҡлайбыҙ,
ти билдәле яҡташыбыҙ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас