ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2021, 14:23

Баш ҡалала яңы йыл шыршыларын ҡуйырға әҙерләнәләр

Өфөлә Яңы йылды ҡаршылауға һәм баш ҡаланы байрамса биҙәүгә әҙерлек башланды.

Баш ҡалала яңы йыл шыршыларын ҡуйырға әҙерләнәләрБаш ҡалала яңы йыл шыршыларын ҡуйырға әҙерләнәләр
Баш ҡалала яңы йыл шыршыларын ҡуйырға әҙерләнәләр

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Салауат Юлаев майҙанында пиксель шыршыны – байрамдың төп символын ҡуйыуға әҙерлек эше башланды.

Конструкцияны әле үк ҡора башлау уны оҙаҡ йыйыуға бәйле. Шыршының бейеклеге - 32 метр. Белгестәр әйтеүенсә, бындай конструкцияны йыйыу өсөн 10-14 көн кәрәк, тип билдәләнеләр мэрияла.

«Әлеге ваҡытта шыршының аҫҡы өлөшөн йыйыу бара. Эшкә учреждениеның 10-ға яҡын хеҙмәткәре һәм автокран йәлеп ителгән. Өфөнөң барлыҡ байрам майҙансыҡтарының исемлеге төҙөлә һәм ноябрь уртаһына раҫлана», —  тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенән.

https://bash.bashinform.ru/

Фото:Өфө мэрияһы

 

 

Автор:
Читайте нас