

Нәйрә Кәипова:
--Мин уйламаған был ялымды үҙемде, һаулығымды хәстәрләп уҙғарам. Витаминдар эсә башланым, өйгә йүгереү тренажерында шөғөлләнәм. Аллаға шөкөр, ихата ҙур. Шуға ишек алдында скандинавса атлап йөрөйөм. Һәр көн ирем һәм үҙем өсөн яратып ашаған ашамлыҡтар әҙерләйем.
Фатима Наҙарғолова:
--Элек-электән китап уҡырға ярата инем. Һуңғы ваҡытта эштә лә эш өйөлөп, өйҙә лә баҡса-кәртә тирәһенән бушана алманым. Шуға күрә, рәхәтләнеп өйөбөҙ китапханаһындағы башҡортса китаптарҙы ҡабатлап уҡыйым.
Эдик Юламанов:
--Эшләмәгән аҙнаны ғаиләм менән бергә үткәрәм. Эш тип, бәләкәй улыбыҙҙы йоҡлағанында ғына күрә инем. Әле уның менән бергә үткәрәм, бергә уйнайбыҙ.
Марина Таҡаева:
--Эшләмәгән аҙнала ейәнсәрем ҡунаҡҡа килде. Икәүләшеп мәж килеп, аш-һыу төрләндереп бешерәбеҙ, телевизорҙан кино ҡарайбыҙ, интернет селтәрендә дуҫтар менән аралашып алам.