

Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Әле республиканың һәр ауыл-ҡалаһы кешеләре мөһим сарала дәррәү ҡатнаша.
Хәйбулла халҡы ла әүҙем, унда 55 иҫәп алыусы эшләй. Теләгәндәр район үҙәгендәге стационар участкаларға мөрәжәғәт итә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡандар ҙа күп.
Иҫәп алыусы Гөлназ Ибраһимова мөһим сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, үҙ бурысына бик етди ҡарай. Аҡъярҙың төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә төҙөлгән яңы йорттарҙы урап сығырға тура килә уға. 14 ноябргә тиклем уға 396 йорт буйлап үтергә тура киләсәк. Әле Гөлназ Йәнтимер ҡыҙы 150 йортта булған.
"Яңы өйҙәрҙең күбеһенә һаны ҡуйылмаған, шуға күрә табыуы, теркәүе күп осраҡта бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Кешеләрҙең ҡайһы берҙәре йорттарына индермәй, сараға битарафлыҡ күрһәткәндәр ҙә юҡ түгел. Шулай уҡ берәҙәк эттәрҙең күп булыуы ла эшебеҙгә хәүеф өҫтәй, - ти иҫәп алыусы. – Күптәрҙең иһә беҙҙе көтөп алыуы, һорауҙарға бик ихлас яуап биреүе ҡыуандыра", - ти ул.
Гөлназ Ибраһимова көнөнә 25-30 кешене теркәй, яҡын арала үҙенә тәғәйенләнгән йорттарҙы тулыһынса урап сығыуына иҫәп тота.
Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем бара. Ул һанлы рәүештә ойошторола, йәғни иҫәпкә алыусылар бланктарҙы планшет компьютерҙары ярҙамында тултыра.
Автор:Карима Усманова
Автор фотоһы.
https://bashgazet.ru/articles/khaly-i-ben-alyu/2021-10-29/k-pt-r-be-e-k-t-p-ala-orau-ar-a-ihlas-yauap-bir-2565933