ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2021, 07:08

Эльвира Айытҡолова: “Этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау өсөн нигеҙ буласаҡ”

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы буйынса бер нисә һорауға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА яуап бирҙе.

Эльвира Айытҡолова: “Этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау өсөн нигеҙ буласаҡ”Эльвира Айытҡолова: “Этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау өсөн нигеҙ буласаҡ”
Эльвира Айытҡолова: “Этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау өсөн нигеҙ буласаҡ”

15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды, ул 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Был сара халыҡтың һанына һәм структураһына, уларҙың социаль-иҡтисади үҙенсәлектәренә, милли һәм тел составына, белем кимәленә бәйле мәғлүмәти ресурстарҙы формалаштырыуҙың төп сығанағы булып тора.

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы буйынса бер нисә һорауға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА яуап бирҙе.

 

– Эльвира Ринат ҡыҙы, халыҡ иҫәбен алыуҙың төп маҡсаты ниндәй?

– Халыҡ иҫәбен алыуҙы “илдең фото һүрәте” тип атарға мөмкин. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусыларҙың яуаптары нигеҙендә илебеҙҙә кемдәр йәшәгәнлеге, уларҙың нисбәте, йәшәү кимәле күҙ алдына баҫа. Иҫәп алыу кампанияһының бөтә һорауҙары ябай һәм аңлайышлы. Ошо социаль-иҡтисади пара­метр­ҙар нигеҙендә һуңынан дәүләт кимәлендә ҡарарҙар ҡа­бул ителәсәк. Беҙҙең республикала халыҡ иҫәбен алыу мәғлү­мәттәре ауылдарҙы һәм моно­ҡалаларҙы үҫтереү, мәшғүллек мәсьәләләрен хәл итеү өсөн дә мөһим. Был сараны алдағы ун йыллыҡты планлаштырыу тип атарға мөмкин булыр ине. Шуға күрә лә халыҡ иҫәбен алыуҙа мот­лаҡ ҡатнашырға һәм һорау­ҙарға теүәл яуап бирергә кәрәк.

 

– Тимәк, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре ил­дең социаль-иҡтисади сәйәсә­тен формалаштыра?

– Әлбиттә. Тап йәниҫәп һөҙөм­тәләре буйынса халыҡты социаль яҡлау программалары ҡабул ителә, илдең стратегик үҫеш планы төҙөлә. Бер генә миҫал, тап 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә, демографик көр­сөк проблемаһын хәл итеү маҡсатында беҙҙең илдә “Әсәлек капиталы” программаһы ҡабул ителде. Башҡортостанда ЭКО процедураһына субсидиялар, ике йәки өс игеҙ бала тыуғанда түләүҙәр, һалым льготалары кеүек республика һәм муниципаль программалар эшләп килә. Халыҡ иҫәбен алыу шулай уҡ пенсияларҙы, балалар пособиеларын иҫәпләү, күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау саралары өсөн дә кәрәк. Был юлы ла эшләп килгән программаларға көн талабына ярашлы төҙәтмәләр индереләсәк, яңылары ҡабул ителер. Илдең демографик портреты бизнес өсөн дә мөһим.

 

– Ә һорауҙарҙың йөкмәткеһе нимәһе менән айырыла?

– Һорауҙар – ҡәҙимге, улар бер кампанияла ла артыҡ айырылмай. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Президиумы рәйесе булараҡ, милләткә ҡағылышлы һорауҙарға айырыу­са иғтибар итергә теләйем. Халыҡ иҫәбен алыу биттәрендә бындай һорауҙар икәү, улар үткән кампанияла ла булғайны. Тәүге­һе: “Һеҙ ниндәй милләттән?” Әлбиттә, күптәрҙең был һорауға яуабы әҙер. Мәҫәлән, минең ғаи­ләмдә барыһы ла башҡорттар, һәм улар башҡорт тип яҙыла. Милләткә ҡағылышлы икенсе һорау иһә былай яңғырай: “Һеҙ ниндәй телде туған тел тип иҫәпләйһегеҙ?” Миҫал өсөн, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорт тип яҙылған кешеләрҙең 75 проценты ғына башҡорт телен туған тел тип билдәләгән. Был нимә менән бәйле һуң? Ҡайһы берәүҙәр туған телде көндәлек аралашыу сараһы тип аңлай һәм телде насарыраҡ белгән йәки бөтөнләй белмәгән башҡорттар туған тел тип башҡа телдәрҙе күрһәтә. Ә бит уйлап ҡараһаң, был төшөнсәнең тамырында “ту­ған” һүҙе ята. Һинең яҡын­дарыңдың, ата-бабаларыңдың теле ниндәй булған? Ниндәй һөйләш һине тамырҙарың менән бәйләп тора? Был – һинең атай-әсәйеңдең, олатайҙарыңдың теле, тимәк, был – туған телең. Был тема һәр кем өсөн мөһим, сөнки беҙгә илдә нисә милләт йәшәгәнлеген, уларҙың һанын белеү мөһим. Милли мәктәп­тәрҙең, әсбаптарҙың нисбәте, туған телдәрҙе уҡытасаҡ педа­гогтарҙың һаны – былар барыһы ла халыҡ иҫәбен алыу һөҙөм­тәләренә бәйле, шуға ла һорауҙарға мөмкин тиклем теүәл яуап бирергә кәрәк. Бер үк ваҡытта ошо мәғлүмәттәр – халыҡтың социаль-демографик портреты ла. Теге йәки был милләт вәкилдәренең һаны тураһында мәғлүмәт уның кәмеү йәки үҫеш динамикаһын белеү, яҡлау сараларын күреү өсөн дә кәрәк. Шуға күрә лә мин бары­ғыҙҙы ла халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, һуңынан шундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырҙыҡ, үҙ һүҙебеҙҙе әйтә алманыҡ, тип үкенерлек булмаһын.

 

– Халыҡ иҫәбен алыу мәғлү­мәттәре артабан ҡайҙа китә, һәм улар кемгә, нимә өсөн кәрәк?

 – Иҫәп алыу мәғлүмәттәре төрлө сығанаҡтарҙан Статистика буйынса дәүләт комитетында йыйыла. Ҡатнашыусыларҙың исем-шәрифе күрһәтелмәй. Улар ил, төбәк кимәлендәге ҡарарҙар өсөн нигеҙ булып торасаҡ. Был мәғлүмәттәр тәү сиратта үҙебеҙ өсөн кәрәк.

 

– “Ни өсөн башҡорт булып яҙылырға” тигән һорауға һеҙ­ҙең яуап?

– Милли состав һәм телдәр тураһындағы мәғлүмәттәр илдең этномәҙәни һәм телдәр төрлө­лөгөн һаҡлау өсөн нигеҙ буласаҡ. Мәғариф, милли мәҙәниәт, кино, матбуғаттың үҫеше, байрам­дарҙы ойоштороу кеүек ғәмәлдәр ҙә милләттең иҫәбенә ҡарап хәл ителә. Йәғни, башҡорт булып яҙы­лып, һеҙ туған телдең, мәҙә­ниәттең һәм йолаларҙың үҫе­шенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Башҡорт теле ул – әсә теле, бишек теле, уны ниндәй кимәлдә белһәгеҙ ҙә, хатта һөйләшмәһәгеҙ ҙә, туған телем тип билдәләргә кәрәк.

Башҡорттар Рәсәй халыҡтары араһында лайыҡлы урынды алып тора. Бынан алдағы халыҡ иҫә­бен алыу һөҙөмтәләре буйынса халҡыбыҙ Рәсәй халыҡтары ара­һында дүртенсе урынды биләй. Кемдеңдер һүлпәнлеге йәки дәртһеҙлеге арҡаһында иҫәп күрһәткестәре дөрөҫ булмауы ихтимал. Шуға күрә барығыҙҙы ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡы­рам. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

Әкрәм ҒӘНИЕВ, Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе:

–  “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” кампанияһының экваторын үттек. Дөйөм алғанда, республика халҡының яртыһынан күбеһе иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан. Дәүләт кимәлендә уҙған сараны кешеләр ыңғай ҡабул итә, иҫәпкә алыусылар менән ихлас аралаша.

Был халыҡ иҫәбен алыу сараһы һанлы итеп ойошторолоуы менән дә үҙенсәлекле. Республикала “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм Күп функциялы үҙәк аша ҡатнашҡандар күп. Әйткәндәй, һанлы иҫәпкә алыу 8 ноябргә тиклем бара, шуға ла ошо юл менән теркәлергә теләгән граждандарға эште һуңға ҡалдырмаһындар тип кәңәш итәбеҙ. Ғөмүмән, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашыу бик уңайлы һәм хәүефһеҙ, күп ваҡытты алмай.

Әйтергә кәрәк, иҫәпкә алыусылар бурыстарына яуаплы ҡарай, коронавирусҡа ҡаршы хәүефһеҙлек һәм санитар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй. Персоналдың күпселеге коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән.

 

 

 

 

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

https://bashgazet.ru/articles/khaly-i-ben-alyu/2021-10-29/elvira-ayyt-olova-etnom-ni-t-rl-l-kt-a-lau-s-n-nige-bulasa-2564970

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас