ЙӘМҒИӘТ
29 Октября 2021, 18:50

Степной ауылынан оҫта ҡуллы Хәлил Ҡужагилдин

Оҫта ҡуллы ир-уҙаман интернет селтәренән ҡарап өйрәнеп, төрлө тимерҙән үҙ ҡулдары менән бәләкәй трактор эшләгән.  #Трезвоесело2021 #Айыҡауыл2021

Степной ауылынан оҫта ҡуллы  Хәлил  ҠужагилдинСтепной ауылынан оҫта ҡуллы  Хәлил  Ҡужагилдин
Степной ауылынан оҫта ҡуллы Хәлил Ҡужагилдин

Һәр кемдең төпләнеп йәшәгән ғәзиз ере бар, кеше шул урында хеҙмәт итә, балалар үҫтерә, тырышып донъя көтә. Шундай йүнселдәрҙең береһе Степной ауылынан  Хәлил Хөснулла улы Ҡужагилдин.

Оҫта ҡуллы ир-уҙаман интернет селтәренән ҡарап өйрәнеп төрлө тимерҙән үҙ ҡулдары менән бәләкәй трактор эшләгән. Хужалыҡта ҡулланыуға уңайлы һәм ҡеүәте 13 ат көсөнән торған был транспортты ул бер ҡышта йыйған.


Боронғолар "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән" тип юҡҡа әйтмәгәндәр, Хәлил Хөснулла улы Зөлфиә Ғәйнилхаҡ ҡыҙы менән тәрбиәле, эшсән, ярҙамсыл Ғәзинур һәм Ғәзим исемле улдар үҫтерҙеләр. Татыу ғүмер итәләр, аталарына оҡшап улар ҙа бар яҡлап оҫта, һәр эште бергә башҡаралар. Ике йыл эсендә ике улына ла өй күтәрҙеләр.


Ҡартатай һәм ҡартәсәй тип өҙөлөп торған биш ейән-ейәнсәрҙәре үҫә. Хәлил һәм Зөлфиә Ҡужагилдиндар уларҙы намыҫлыҡҡа, эшһөйәрлеккә өйрәтә. Ҡужагилдиндар Степной ауылында  оло ихтирамға лайыҡлы ғаилә.

#Трезвоесело2021 #Айыҡауыл2021
#Хайбуллинскийрайон#Всемирныйкурултайбашкир#Ҡоролтай#Курултай#КрасивоеселоРБ#Годздоровьяиактивногодолголетия
#активноедолголетие#башкирскоедолголетие#УфаМКРБ#УфаРЦНТ#КультураХайбуллы#Акъярскоесельскоепоселение#селоСтепной

 

Автор:
Читайте нас