Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2021, 20:37

Хәйбуллалар мөһим сарала әүҙем ҡатнаша

Районда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында 55 иҫәп алыусы эшләй. ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Хәйбуллалар мөһим сарала әүҙем ҡатнаша
Хәйбуллалар мөһим сарала әүҙем ҡатнаша

Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы старт алды. Ул 14 ноябрҙә тамамланасаҡ.

Әле республиканың һәр ауыл-ҡалаһы кешеләре мөһим сарала дәррәү ҡатнаша. Хәйбулла халҡы ла әүҙем, унда 55 иҫәп алыусы эшләй. Теләгәндәр район үҙәгендәге стационар участкаларға мөрәжәғәт итә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡандар ҙа күп.

Махсус кейемле, һаҡланыу сараларын теүәл үтәгән иҫәп алыусылар күп йорттарҙа булған да. Һәр береһе көнөнә 30-ҙан ашыу кешенең мәғлүмәттәрен махсус планшеттарға теркәй. Район буйынса алғанда, 10 меңдән ашыу адресты урап сығырға кәрәк.

Фото: "Хайбуллинский вестник" гәзите сайты.

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

 

Автор:
Читайте нас: