

Был беренсе осрашыу булды, әммә активистар киләһе йылға үткәреләсәк саралар һәм проекттарҙы планлаштырып та ҡуйҙы. Уларҙы яҡташлыҡ командаһы менән берлектә тормошҡа ашырырға әҙерҙәр.
Үҙ идеяларыңды ярҙамға килергә әҙер булған, янып эшләгән командала тормошҡа ашырғанда, ул һөҙөмтәлерәк тә, масштаблыраҡ та була. Хәйбулла яҡташлығы нәҡ ошондай команда.Уның һәр активисы район һәм республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә әҙер.