ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2021, 10:28

Ғәлиәхмәт ауылының күркәм ғаиләһе

Сәлих һәм Гөлирә Бикбовтар бына 37 йыл инде татыу ғаиләлә балалар үҫтереп,  ауылда гөрләтеп донъя көтәләр

Ғәлиәхмәт ауылының күркәм ғаиләһеҒәлиәхмәт ауылының күркәм ғаиләһе
Ғәлиәхмәт ауылының күркәм ғаиләһе

Сәлих һәм Гөлирә Бикбовтар бына 37 йыл инде татыу ғаиләлә балалар үҫтереп,  ауылда гөрләтеп донъя көтәләр.  Бер улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итте улар. Уларҙың бөтәһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, хәҙерге көндә тупылдатып ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, уларға ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеп йәшәйҙәр.

Гөлирә Бикбова (Шәрипова) Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ҡыҙы.  Мәктәптән һуң, Бөрө ҡалаһында һатыусылар әҙерләү курсында белем ала. Артабан 5 йыл ошо һөнәре буйынса эшләй. Әммә донъялар үҙгәреп,  райпо магазиндары бөтөрөлгәс,  Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбенә лобарант булып эшкә килә. Ошо осорҙа Сәлих Бикбовты осратып, яҙмыш ептәрен бергә бәйләп, матур донъя ҡороп ебәрәләр. Үҙ көстәре менән күркәм йорт төҙөйҙәр. Аҙаҡ  Гөлирә ауыл мәҙәниәт йортона йыйыштырыусы булып эшкә күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы эшләй.  Хеҙмәт ветеранының  тырыш хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәре бихисап.

Ә инде Сәлих Бикбовҡа килгәндә, ул колхоздың алдынғы механизаторы булараҡ, ҡайҙа ауыр эш –шунда булды. Һәр ерҙә алдынғылар рәтендә булды, хәҙер ҙә шулай.  Ике тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланды.  Диплом, маҡтау ҡағыҙҙары һанап бөтөргөһөҙ. Быйыл урман янғындары ваҡытында ла  ут һүндереүҙә әүҙем ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙы менән бүләкдәнде.

 Бикбовтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап, тырыш, егәрлеләр.  Улдары Нурфәиз  Өфө ҡалаһында полиция хеҙмәткәре.  Ике тапҡыр Чечен республикаһында хеҙмәт итеп ҡайтты.  Ҡатыны Рәмилә менән ике ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлфиә Аҡъяр тау колледжында эшләй. Ул да тормош иптәше Марат менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бикбовтарҙың кинйә ҡыҙҙары Гөлназ  күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре.

Ауыл уңғандарының ихатаһына барып инһәң, донъя яҡтырып китә. Күҙ ҡамаштырырлыҡ сәскәләр үҫә. Сейә, ҡарағат, балан, алма ағастары мул уңыш бирә. Йәшелсә-емештәр баҡса тулы, йыл да картуфтары уңа. Көҙ етһә, уларҙан компот, салаттар эшләп, ҡайһыларын тоҙлап кинәнәләр. Үҙҙәренә лә, балаларына ла етә. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамын үткәргәндә ике тапҡыр “Өлгөлө йорт” номинацияһында еңделәр.

Кәртә-ҡураға килгәндә, йылҡынан башлап барыһы ла бар.  Ҡош-ҡортто ла күпләп аҫрайҙар. Бер һүҙ менән әйткәндә, Ғәлиәхмәттә бына ошондай уңған ғаилә йәшәй. Хәҙерге көндә Сәлих Бикбов мәктәптә ҡаҙанлыҡта оператор булып эшләй. Ә Гөлирә хаҡлы ялда. Йәй буйы ейән-ейәнсәрҙәре ҡартатай һәм ҡартәсәйҙәре янында ял итә. Улары бында рәхәт тип, уҡырға ҡайтҡансы ауылда булалар. Ауыл уңғандарының тормошо артабан да гөрләп торһон тип кенә теләге килә.

Зөһрә Атанова.

Ғәлиәхмәт ауылы. 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас