

Проектта ҡатнашыусылар “Сәләмәтлек” майҙансығында ҡатнашты. Күп файҙалы мәғлүмәт тупланы улар.
Мәҫәлән, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин коронавирус инфекцияһы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәрйәм Хәйҙәрова иртәнге гимнастика, скандинавса йөрөү буйынса файҙалы кәңәштәр бирҙе, гүзәл заттарҙы сәләмәт тормош алып барыуға көйләне тип әйтергә була. Л.Рәхмәтованың психология, гармония, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте тураһындағы практик занятиелары ла барыһына ла оҡшаны.
Бөгөн гүзәл заттарҙың күпселегенең ҡул оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел. Был юлы ла фоамирандан яҡтыртҡыстар, биҙәүестәр оҫтаһы Алина Тулыбаева, картиналар сигеүсе Сәриә Билалова, шәмдәр эшләүгә маһир Ләйсән Рәхмәтова, бәйләм, милли биҙәүестәр эшләүсе Валентина Азаматова һәм Фәүзиә Әхмәтшиналарҙың ҡул эштәре күргәҙмәләре үҙе бер сәнғәт өлгөһө булды.
Бындай матур һәм йәнле осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк.