

20 октябрь - ашнаҡсылар көнө.
"Ләйсән" балалар баҡсаһының ашнаҡсыһы ИҫәнгилдинаГөлгөнә Ғәбделмөрит ҡыҙын һәм Иҫәнгилде ауылы мәктәбе ашнаҡсылары Йыһаншина Гөлгөнә Айытбай ҡыҙы менән Сибәғәтуллина Миннур Хажмөхәммәт ҡыҙын ошо байрам уңайы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Мөләйем, уңған, ипле, алтын ҡуллы был ҡыҙҙар байтаҡ йылдар инде балаларҙы тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Үҙ эштәренә яуаплы, талапсан, иғтибарлы булғандары өсөн коллегалары уларҙы ихтирам итә.
Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе әле улар.Тормош иптәштәре менән дүрт һәм биш бала үҫтереп, ҙур хужалыҡтарында ҡош - ҡорт, мал - тыуар аҫырап, татыу, матур йәшәйҙәр.