

Эльбрус һәм Манаслу (8163 м) тауҙарына ҡулдары ярҙамында ғына менеп, бар халыҡты һоҡландырған, яңы үрҙәргә дәртләндергән Рөстәм Нәбиев Инстаграмдағы сәхифәһенә сәхифәһенә яңы пост ҡуйҙы.
"Әсәйемдең ҡәберенә килдем. "Мин ҡайттым! Мин иҫән, әсәй!" - тинем күңелемдән. Тауға менгән ваҡытта, бер ҡасан да булмағанса, мине яҡынымдың рухы һаҡлағаны ныҡ һиҙелде. Үҙем менән йөрөткән фоторәсемен түш кеҫәмдән сығарам да: "Ниәтемде тормошҡа ашырырға көс һәм түҙемлек бирһәңсе, әсәй", - тим.
Бер ваҡыт, тәүге туҡталған лагерҙа, 5800 метр бейеклектә, палаткама күбәләк осоп инде. Ул мәлдә башым ныҡ ауырта, үҙемде насар тоя инем. Күбәләккә бик аптыраным: тышта ҡар, һыуыҡ - ҡайҙан килеп сыҡты икән?.. Бала саҡта һөйләй торғайнылар, мәрхүмдәр шулай күбәләк йә башҡа йән эйәһе булып күренә, тип. Дөрөҫтөрмө был? Тағы ла, 7000 метр бейеклектә илле метр өҫкә сығып торған ташта эленеп торғанда ла, баш осомда аҡ ҡош осоп йөрөнө. Шундай ап-аҡ ҡына...
Был ишаралар миңә тәғәйенләнгәндер, тим, сөнки улар гел иң ҡатмарлы мәлдәрҙә күҙгә күренде. Шуға ла тыныс булдым, үҙ көсөмә ышандым, сөнки ҡәҙерле әсәйемдең рухы мине һаҡлап, яҡлап йөрөгәнен йөрәгем менән тойҙом.
Тауға был күтәрелеүемде ҡәҙерле әсәйемә бағышланым...", - тип яҙҙы Рөстәм Нәбиев.
Фото: Р. Нәбиевтең Инстаграмдағы сәхифәһе.