

Дуҫтар! Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы интернет киңлектәрендә #Беҙбашҡорттарбитәле хештегы аҫтында “Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән-тун бескән” тип аталған онлайн конкурс иғлан итә. Ул 18 октябрҙән 2 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Конкурста Хәйбулла районы башҡорттары һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм традициялары менән ҡыҙыҡһынған һәр кем ҡатнаша ала. Ошо ваҡыт арауығында үҙегеҙҙең ВК сәхифәһендә #Беҙбашҡорттарбитәле хештегы аҫтында оҙонлоғо бер минуттан ашмаған фото йәки видеоматериал урынлаштырыу зарур. Материалдарҙа башҡорт халҡына хас булған шөғөлдәрҙең (кәсеп, һөнәр) ғаиләләрҙәге күсәгилешлеге сағылырға тейеш. (Атаһынан улына йәки әсәһенән ҡыҙына күскән шөғөл).
Конкурста ҡатнашыусыларҙың сәхифәһе асыҡ булырға тейеш. Материалдар Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайының ВК сәхифәһендә урынлаштырылып https://vk.com/club207714147, иң күп тауыш йыйған материал еңеүсе тип табыласаҡ. Еңеүселәр – Аталы-уллы ғаиләне махсус инструменттар йыйылмаһы, әсәле –ҡыҙлы оҫталарҙы самауыр көтә! Барығыҙҙы ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Белешмәләр өсөн телефон: 2-19-20.