

Алтын көҙ - ризыҡҡа мул, өмәләргә бай мәл. Ҡышҡа инерҙән алда барыһын да теүәлләп, барлап, йыйып өлгөрөр кәрәк, ҡыш бауыры оҙон була. Бигрәк тә ауыл кешеһе көҙгө мәшәҡәттәр менэн мәшғүл. Кәртә йылытыу, утын хәстәрләү, ҡош-ҡорт өмәләре...
Беҙҙең Вәзәм ауылында ла эштәр гөрләй, һәр кем үҙенсә ҡышҡа әҙерләнә, барлай. Ауыл халҡы борондан ҡаҙ, өйрәк аҫрауҙы хуп күрә, шуның менән йәшәй. Һары ғына йомшаҡ йомғаҡтар иртә яҙҙан ауыл урамында йөрөп, ҙурая төшкәс Һаҡмар тулып йөрөүҙәре, кисен теҙелеп ҡайтыуҙары үҙе бер матур куренеш. Ҡош аҫрауы еңелдән түгел, еуп көс, ваҡыт, сабырлыҡ талап иткән эште тырыштар ғына атҡарып сығара ала.
Ошо арала Вәзәмдәр ҡаҙ өмәләре үткәреү менән янып йәшәй. Бына бөгөн дә Риф Суриндың йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте. Утыҙҙан ашыу ҡаҙҙы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, туғандары йолаларға таянып матур өмә үткәрҙе.
#УфаРЦНТРБ #Айыҡауыл2021#Трезвое село2021#ҡаҙөмәһе
#МалоарслангуловскийСК
#Абишевскоесельскоепоселение
#Хайбуллинскийрайон
#Всемирныйкурултайбашкир