ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2021, 18:10

Районда “Бәхетле ҡатын-ҡыҙ” проекты уңышлы эшләй

Проект программаһында ҡыҙыҡлы лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ кластары, күргәҙмәләр, психология буйынса консультациялар, матурлыҡ һәм сәләмәтлек дәрестәре ҡаралған.

Районда “Бәхетле ҡатын-ҡыҙ” проекты уңышлы эшләйРайонда “Бәхетле ҡатын-ҡыҙ” проекты уңышлы эшләй
Районда “Бәхетле ҡатын-ҡыҙ” проекты уңышлы эшләй

Бөгөнгө көндә  Атингән, Бүребай,  Яңы Ергән, Һамар, Таналыҡ, Әбеш һәм Ивановка ауыл биләмәләрендә майҙансыҡтар ойошторолған.

Ойоштороусылар белдереүенсә,  артабан райондың барлыҡ ауыл биләмәләре лә йәлеп ителәсәк. Проект ойоштороусылары фекеренсә, гүзәл заттарға  позитив энергия, файҙалы кәңәштәр, яңы идеялар менән уртаҡлашыу бик мөһим.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас