

Сиҙәм ауылында байрам көндәре мауыҡтырғыс һәм күңелле спорт саралары менән күркәмләнде.
«Айыҡ ауыл-2021» бәйгеһе сиктәрендә ауылдың спорт майҙансығында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған мини-футбол буйынса традицион ярыштар үтте. Футболсылар үҙенең әҙерлеген, оҫталығын һынап, мәктәп уҡыусылары һәм ветерандар командалары араһында матчта ҡатнашты. Стадионда күҙәтелгән йылы һәм дуҫлыҡ мөхитенә ҡарамаҫтан, уйын көсөргәнешле барҙы. Шул уҡ ваҡытта өлкәнерәк йәштәгеләр бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушылды. Сараның төп маҡсаты – физик культураны һәм сәләмәт йәшәү тормошон пропагандалау.
Мауыҡтырғыс спорт саралары барыһына ла өҫтәмә кәйеф, көс-дәрт, күңелле һәм файҙалы ял бүләк итте.