

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Был дөйөм милли сара илебеҙ халҡы тураһында мәғлүмәт йыйыу маҡсатында 10 йылға бер үткәрелә.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа Хәйбулла районында 55 иҫәп алыусы һәм 9 контролер эшләй. 4 иҫәп алыу пункты булдырылған. Йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөйәсәк иҫәп алыусыларҙы таныуы еңел—улар махсус кейемдә була һәм барыһында ла таныҡлыҡтар бар.
Бер иҫәп алыусыға 550 респондент тура килә. Шуға күрә халыҡ иҫәбен алыусыларҙың һорауына асыҡ һәм тулы яуап бирергә кәрәк.
“Был мөһим сараға халыҡтың яуаплы ҡарауына ышанабыҙ. Бергәләп уны юғары кимәлдә уҙғара аласаҡбыҙ. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләрендә халыҡҡа мәғлүмәт еткереү маҡсатында 14 ноябргә тиклем көндәлек режимда һәм ялһыҙ “тура линия” эшләй. 8-800-707-20-20 телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Операторҙар һорауҙарығыҙға яуап биреп, йәниҫәп буйынса тулы мәғлүмәт еткерәсәк”,--тип яҙа Бәйләнештә төркөмөндәге шәхси сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов
#перепись #переписьнаселения #перепись2021 #ВПН2021