ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2021, 15:08

Республика Башлығы яңы еңеүҙәргә әйҙәне

Радий Хәбиров: "Ваҡыты менән нисек кенә ауыр булмаһын, һәр саҡ шуны ҡабатлаясаҡбыҙ: “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй!”  

Республика Башлығы яңы еңеүҙәргә әйҙәнеРеспублика Башлығы яңы еңеүҙәргә әйҙәне
Республика Башлығы яңы еңеүҙәргә әйҙәне

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн “Торатау” конгресс-холында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, төбәктең ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, арҙаҡлы, тырыш яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтте.

Радий Фәрит улы ил Президенты Владимир Путинға төбәккә Башҡортостан сода компанияһы өҫтөнән контролде ҡайтарғаны өсөн рәхмәт әйтте. Бөгөн предприятиеның килеме бер нисә тапҡырға артты. Шарттар һәм хеҙмәт өсөн түләү яҡшырҙы, хеҙмәт етештереүсәнлеге артты. Шулай уҡ Радий Хәбиров республиканың ауыл хужалығы тармағы эшсәндәренә лә рәхмәт әйтте. Улар ауыр ҡоролоҡ шарттарында ла ике миллион тоннанан ашыу иген йыйыуға өлгәште.

– Һеҙҙең арҡала, ғөмүмән, барлыҡ Башҡортостан халҡының тырышлығы менән республикабыҙ ҙур бер өмәгә әйләнде. Бөтә ерҙә төҙөлөш ҡайнай, тораҡ йорттар, социаль объекттар, предприятиелар, сауҙа үҙәктәре төҙөлә. Һәр районда, ҡалала яңы юлдар, күперҙәр, яңыртылған ихаталар һәм подъездар, парктар, скверҙар барлыҡҡа килә. 13 проектыбыҙ төҙөкләндереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңде. Бәләбәй, Бөрө, Нефтекама, Ишембай, Ағиҙел, Өфө һәм башҡа күп ҡалаларыбыҙ парктарын, майҙандарын яңыртты. Быйыл ғына 146 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерҙек, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республика сәнәғәт үҫеше буйынса лидер булды, илдең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс төбәктәре араһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Әле ике мең самаһы ҙур һәм бәләкәй инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Республикала донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөләсәк, республиканың өс юғары уҡыу йорто “Өҫтөнлөк 2030” программаһында еңде. Был белем усаҡтарына яңы һулыш өрәсәк, беҙҙең студенттарыбыҙ үҙебеҙҙә көслө белгес буласаҡ, тыуған ерендә эшләй аласаҡ.

Әле Башҡортостанда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әүҙем әҙерлек бара. Байрамға тиклем баш ҡала күҙгә күренеп үҙгәрәсәк. Радий Фәрит улы белдереүенсә, Өфөлә ҡала төҙөү сәйәсәте яңыртыла.

– Беҙ Ағиҙел аръяғында 10 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөйбөҙ тигәйнек һәм быны эшләйәсәкбеҙ. Көньяҡ Уралда яңы тимер юлдар һалынасаҡ, һанлы электр станциялары булдырыласаҡ. Республиканың төньяғында беренсе тапҡыр тиҙ йөрөшлө (сәғәтенә ике йөҙ километр) трасса барлыҡҡа киләсәк, ул Мәскәүҙән Екатеринбургҡа тиклемге юлдың мөһим участкаһы буласаҡ. Беҙгә ил Президенты һәм Хөкүмәте ышаныс белдерҙе. “Стимул” программаһы буйынса аҡса бүләләр, күп миллиардлыҡ инфраструктура кредиттары бирәләр. Шуныһы мөһим - республикаға башҡа төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәгәндәр ҙә ышана. Һуңғы йылдар эсендә тәүге тапҡыр Башҡортостанда йәшәргә, уҡырға, эшләргә теләгән кешеләрҙе күрәбеҙ. Миграция үҫешә. Идеяларыбыҙға, ҙур һәм бәләкәй эштәребеҙгә һоҡланған яҡташтарыбыҙ кире әйләнеп ҡайта. Был - Республика көнөнә ҙур бүләк, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, халҡыбыҙ ышанысы арҡаһында Дәүләт Думаһында ысын патриоттар, республика лоббистары командаһын формалаштыра алдыҡ. Улар Рәсәй парламентында һөҙөмтәле хеҙмәт итә, Башҡортостан һәм уның халҡы мәнфәғәттәрен лайыҡлы алға этәрә аласаҡ.

– Һуңғы йылдарҙа беҙ Көнсығыш яҡтан сығыу юлы тоннелен уйып ҡына ҡалманыҡ. Бар республикабыҙҙы алға ебәреүгә кәртә булған “емереклектәр”ҙе лә таҙарттыҡ. Ышанмауҙы, битарафлыҡты еңдек, йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙек. Тимәк, беҙҙе яңы еңеүҙәр, уңыштар көтә. Улар алда күп буласаҡ. Ҡарағыҙ, ниндәй йәштәр үҫә! Улар үҙҙәрен “Ворлдскиллс” чемпионатында бик сағыу күрһәтте, республикаға еңеү килтерҙе. Миллионлаған йәштәр – улар беҙҙең киләсәк, – тине Башҡортостан Башлығы.  

Шулай уҡ Радий Хәбиров республика халҡын етеп килгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына яуаплы ҡарарға саҡырҙы, уның һөҙөмтәләре дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү һәм артабан хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирәсәк.

– Эйе, тормош тик сағыу күренештәрҙән генә тормай. Әлегә барыһы ла яҡшы түгел. Күп ғаиләләргә еңел түгеллеген беләм. Пандемия ваҡытындағы юғалтыуҙар ҙа ауыр кисерештәр килтерә. Әммә бергә саҡта еңәсәкбеҙ, бар ауырлыҡтарҙы үтәсәкбеҙ. Ваҡыты менән нисек кенә ауыр булмаһын, һәр саҡ шуны ҡабатлаясаҡбыҙ: “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй!” Һәм еңәсәкбеҙ, яңы үрҙәр аласаҡбыҙ! Алға, тик алға, Башҡортостаным. Байрам менән, Республикам. Байрам менән, халҡым! – тип тамамланы сығышын Радий Хәбиров.

Артабан ул алдынғы яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы, аҙаҡ бай йөкмәткеле концерт булды.

Тантаналы концерт, һәр ваҡыттағыса, матур, сағыу итеп әҙерләнгәйне. Уны төп телеканалдарҙа бар республика кешеләре ҡарай алды. Унда ла Башҡортостандың бай мәҙәниәте, сәнғәте генә түгел, ҡаҙаныштары һәм уңыштары ла сағылыш тапты. Фольклориада, Ворлдскиллс, спорт һәм башҡа саралар концерт номерҙары аша күрһәтелде. Тарихтан башлап бөгөнгә тиклемге тарих сағылдырылды. Мәскәүҙе шаулатып ҡайтҡан “Дон Кихот” операһынан өҙөк күрһәтелде. Концертта туғандаш Ҡаҙағстан республикаһы артистары ла сығыш яһап, уны тағы ла байытып ебәрҙе.  

 

 

 

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-10-11/respublika-bashly-y-ya-y-e-e-rg-y-ne-2542620
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас