ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2021, 15:03

"Беҙ - башҡортостандар! Беҙ - бергә!"

"Беҙҙең атҡаҙанған ветерандарыбыҙ, намыҫлы хеҙмәткәрҙәребеҙ, һәләтле йәштәребеҙ, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Һәр бер башҡортостанлының ҡулын ҡыҫыр һәм тыуған республикабыҙға ҡарата булған мөхәббәтегеҙ өсөр рәхмәт әйтер инем. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, киң күңелегеҙ өсөн рәхмәт", - тине Радий Хәбиров.

"Беҙ - башҡортостандар! Беҙ - бергә!""Беҙ - башҡортостандар! Беҙ - бергә!"
"Беҙ - башҡортостандар! Беҙ - бергә!"

11 октябрь – Башҡортостандың төп дәүләт байрамы. Республика көнөн быға тиклем Башҡортостан киң билдәләй ине, быйыл коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр сәбәпле күп кенә саралар кисектерелде. Әммә төп сара – тантаналы йыйылыш ойошторолдо. Ул Өфөлә “Торатау” Конгресс-холы бинаһында үтте һәм барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәлде.

Байрамға республика үҫешенә өлөш индергән бик күп кешеләр саҡырылды. Улар араһында дәүләт власы органдары вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство, муниципалитет башлыҡтары, ветерандар, йәмәғәтселек вәкилдәре булды.

“1990 йылдың 11 октябре беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә бик ҡәҙерле. Тап ошо көндә беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙҙың өр-яңы тарихы башланды, беҙ уның менән ғорурланабыҙ, бергәләп хәстәрлек күрәбеҙ, ул көслөрәк һәм нығыраҡ булһын тип тырышабыҙ”, – тип башланы сығышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Беҙҙең атҡаҙанған ветерандарыбыҙ, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр, һәләтле йәштәребеҙ, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Һәр бер башҡортостанлының ҡулын ҡыҫыр һәм тыуған республикабыҙға ҡарата булған мөхәббәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтер инем. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, киң күңелегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙә хеҙмәт яратҡан, асыҡ күңелле, көслө характерлы кешеләр йәшәй, – тине ул.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, беҙҙең халыҡты күптәр ихтирам итә. Быға өлгө итеп ул Ҡаҙағстан делегацияһын әйтте. Яңыраҡ ҡына Башҡортостандың рәсми делегацияһы был илдә булып, бик уңышлы сәфәр ҡылып ҡайтты. Ҡаҙаҡтар беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә һәм дуҫ булырға теләй. Быны дәлилләп бөгөн улар Башҡортостанға яуап сәфәре менән килде һәм байрам сараларында ҡатнаша. Әле республикаға Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов һәм Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе акимы Гәли Искалиев етәкләгән делегация килгән.

– Беҙгә килгән һәр кем беҙҙең тәбиғәт һәм сәнәғәт менән генә һоҡланып ҡалмай, ә тәү сиратта, халыҡтың тырышлығына һәм тыуған яғын ярата белеүенә һоҡлана. Мин быны Фольклориадала, Спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә, “Ворлдскиллс” Милли Чемпионатында күрҙем. Беҙ еңел булмаған осорҙа үҙ өҫтөбөҙгә яуаплылыҡ алдыҡ һәм был ҙур форумдарҙы үткәрҙек. Яңы дуҫтар таптыҡ, республикабыҙ абруйын тағы ла нығыттыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙы данлаған һәм уның мәнфәғәтендә тырышҡан һәр кемде телгә алырға тырышты. Улар араһында спортсылар ҙа бар.

– Беҙҙең республика өсөн мөмкин булмаған бер нимә лә юҡ. Быны беҙҙең олимпия һәм паралимпия спортсылары дәлилләй, улар Токиолоғы Йәйге уйындар геройы булды, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы шашкалар батшабикәһе Тамара Танһыҡҡужина, батырыбыҙ Эльбрус Ниғмәтуллин, ике ҡулында донъялағы иң бейек тауҙарҙың береһенә менеп Башҡортостан флагын ҡаҙаған Рөстәм Нәбиев рухына һоҡланыуын белдерҙе һәм уларға ла рәхмәт әйтте.

– Көн һайын ковид госпиталдәрҙә меңәрләгән кешеләр ғүмерен ҡотҡарған ҡаһарман табиптарыбыҙ беҙгә ышаныс өҫтәй. Бөгөн беҙ уларға тағы бер тапҡыр профессионализм, ҡаһарманлыҡ һәм кешелеклек өсөн рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Һеҙгә көстәр һәм сыҙамлыҡ теләйбеҙ, ҡәҙерле табиптарыбыҙ, – тине республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, беҙ көстө героик тарихыбыҙҙан алабыҙ, уны Салауат тоҡомо вәкилдәре – Муллайән Халиҡов, Кәрим Хәкимов, Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, Зыя Нуриев, Миҙхәт Шакиров һәм башҡа бик күп кешеләр булдырған.

– Ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығы һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк һәм яңы уңыштарға ҡанатландырасаҡ. Минең өсөн республикала күсәгилешлек һаҡлау бик мөһим. Минән алда килгән шәхестәргә ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ҙур рәхмәт әйткем килә. Уның ваҡытында республика быға тиклем булмаған үҫеш алды. Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа күп ҡаҙаныштары һәм беҙгә артабан хәрәкәт итергә ярҙам иткән эшләнмәләре өсөн рәхмәтлемен. Бөгөн был залда Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов ултыра, ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһында Башҡортостан өсөн бик күпте эшләгән кеше, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Хәбиров бөгөн республикаға байрамға Донбасс халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин да килде, тине. Уға беҙҙең легендар яҡташтарыбыҙ, ҡаһарман яугирҙәр һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов рухын һәм хәтерҙе һаҡлауҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда шундай принцип барлыҡҡа килде: беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ.

– Беҙҙе уртаҡ тарих һәм уртаҡ киләсәк берләштерә. Йәй көнө Көньяҡ Урал райондарҙа урмандар янған саҡта ҡотҡарыусыларға бөтә республиканан меңәрләгән ирекмәндәр ярҙам итте. Берҙәмлек принципы “Атайсал” проектында ла ята, ул бәләкәй тыуған ере патроиты булған һәр кемгә ҡағылды. Беҙҙең Президентыбыҙ аҡыллы ҡарар ҡабул итте һәм Атайҙар көнө булдырҙы. Беҙ ғаиләһе таянысы булған атайҙарҙы һаҡларға тейешбеҙ. Тыуған телен яратыусылар өсөн уны өйрәнеүгә бөтә шарттар булдырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.

 

 

 

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-10-11/be-bash-ortostandar-be-berg-2542259
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас