ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2021, 11:17

Ивановка ауылынан Хаммат Ураҡов үҙ һөнәренә әле лә тоғро ҡала

Уның ауыл хужалығында хеҙмәт юлы 1975 йылда башлана...

Ивановка ауылынан Хаммат Ураҡов үҙ һөнәренә әле лә  тоғро ҡалаИвановка ауылынан Хаммат Ураҡов үҙ һөнәренә әле лә  тоғро ҡала
Ивановка ауылынан Хаммат Ураҡов үҙ һөнәренә әле лә тоғро ҡала

Ауылдың төп байлығы – эшһөйәр халыҡ. Хәйбулла районы иҡтисадында ауыл хужалығы ҙур урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Тап ауыл уңғандарының фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында районда иген йыйыла һәм мал аҙығы әҙерләнә, төрлө малсылыҡ продукцияһы етештерелә.

Ивановка ауылынан механизатор Ураҡов Хаммат Ибраһим улы әрме сафына алынғанға тиклем үк – 1975 йылда хеҙмәт стажы башлана. Ул әлеге ваҡытҡа тиклем үҙә һөнәренә тоғро ҡала. Хаммат Ибраһим улы яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрендә, бесән әҙерлә-ҙә әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштары белдереүенсә, ул бай тәжрибәле механизатор ғына түгел, ә киң күңелле, ярҙамсыл кеше лә.

Тырыш хеҙмәтегеҙ, ҡуйған маҡсаттарығыҙға өлгәшә белеүегеҙ, крәҫтиән бурысына тоғролоғоғоҙ һәм тыуған ергә булған сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!  

 

 

 

фото:Ивановка ауылы мәҙәниәт йорто

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас