

Һуңғы ваҡытта Баймаҡ олатайҙары һоҡландырыуын дауам итә! Күптән түгел Иҫке Сибай ауылында йәшәгән 92 йәшлек Хәтмулла Һунаршиндың биш тонна ҡабаҡ уңышы алыуы тураһында хәбәр итһәк, әле Бәхтегәрәй ауылында йәшәгән 86 йәшлек Әбделмәлик Ишморатовтың 80 ҡаҙ үҫтереүе хаҡында "Һаҡмар" гәзите яҙып сыҡҡан.
Олатайҙың ҡаҙҙарын ауылдың иң уңған ҡатын-ҡыҙҙары тиҙ арала йолҡоп, таҙартып та биргән. Артабан уңған килендәр ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, йылға буйына алып барып һыуҙа йыуған. Эш бөткәс, табындарға ҡаҙ ите ултыртылған, иң уңғандарға һимеҙ ҡаҙ боттары таратылған. Эш бөткәс уйнарға ла ярай, тигәндәй мул табын йыр-моң, күңелле иҫтәлектәр менән тамамланған. Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәләре башландымы әле?
Фото: Лилиә Таҡаева.
автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/veteran/2021-10-09/86-y-shlek-olatay-80-a-terg-n-2536606