

Риа-новости хәбәр итеүенсә, Владимир Путиндың тыуған көнөнә бирелгән үҙенсәлекле бүләктәр араһында 2 айлыҡ уссурия арыҫланы бар. Ул Геленджик ҡалаһының сафари паркына тапшырылған.
Тағы ла Мономах шапкаһы күсермәһе һәм гәлсәр крокодил бар. Бүләктәрҙең күпселеге президент китапханаһына йүнәлтелә һәм шунда һаҡлана. Ҡайһы берәүҙәрен ил башлығы үҙендә ҡалдыра.
Былтыр “Адмирал Горшков” фрегаты бортынан “Циркон” ҡанатлы гипертауышлы ракетаның уңышлы осошон да Путиндың тыуған көнөнә бүләк тип әйтергә була.
Путиндың тыуған көнөнә ҡарата Чечняла ат сабыштары ойошторола. Еңеүселәргә приз итеп автомобилдәр тапшырыла.
Фото: Алексей Дружинин / РИА Новости