

“Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2021” кампанияһы 15 октябрҙә башлана. Иҫәп алыу бланктарында милләткә ҡағылышлы айырым һорауҙар ҡаралған, йәғни өсөнсөнән бишенсегә тиклем телгә бәйлеләр биреләсәк.
Унда һеҙҙең телде белеүегеҙҙе асыҡлау менән генә сикләнмәйҙәр, ә уны ҡәҙимге тормошта нисек йыш файҙаланыуыҙҙы асыҡлау күҙ уңында тотола.
Һәр ғаилә ағзаһы өсөн иҫәп алыу ҡағыҙы айырым тултырыла. Билдәле булыуынса, сабый ҙа “әсәй” һүҙен туған телендә яҡшы белә. Был осраҡта ата-әсәгә ниндәй яуап бирергә һуң? Бәләкәй балалар өсөн ғаиләләге аралашҡан тел туған тел булып иҫәпләнәсәк.
Мәғарифҡа ҡағылышлы һорауҙарға килгәндә, ул һеҙҙең балағыҙҙың ясле, балалар баҡсаһы кеүек учреждениеларға йөрөүен күҙ уңында тота. Ошондай уҡ иртә үҫеш клубтарын, секцияларҙы һәм өҫтәмә белем алыуҙы индерергә мөмкин. Был мәғлүмәт ҡайҙа балалар баҡсалары һәм түңәрәктәр етерлек булыуын, ә ҡайҙа етмәүен күрһәтәсәк. Шуға ла халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып, республикабыҙҙың инфраструктура планын әҙерләүгә һиҙелерлек өлөш индерәсәкбеҙ.
Фото: https://vk.com/bashperepis
#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ