

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы байрам булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған: илдә Атайҙар көнө билдәләнәсәк.
Яңы байрамдың датаһы - һәр йыл октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе. Быйыл ул 17-һенә тура килә.
Был байрамды булдырыу идеяһын илдең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белдергән. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, башланғысты элекке балалар омбудсмены Анна Кузнецова тәҡдим иткән. Байрам ғаилә институтын, унда атайҙар ролен нығытыу өсөн кәрәк.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бындай байрам кәрәкме?
Фото: alsupashina.ru