

Әбүбәкер ауылы күп функциялы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Мәрйәм һәм Фирҙәүес Әбүбәкеровалар, Рәмзиә Балдыбаева, Шәрифә Билалова, Әлфиҙә Сынбулатоваларға ярҙамға килде.
Күмәкләгән –яу ҡайтарған, тигәндәй, һә тигәнсе хеҙмәт ветерандарының йорто һәм баҡса территориялары йыйыштырылды. Ихатанан сүп-сарҙы, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарып, утындарҙы ташып өйөп, баҡсанан ҡалған йәшелсәләр алынып, картуф һабаҡтарын сығарғас, ишек алды ҡунаҡ көткәндәй йәмләнеп ҡалды. Ә инәйҙәрҙең йөҙөнә ҡояш ҡундымы ни! Ололарҙың балаларса ҡыуанысын күрһәгеҙ ине! “Ярҙамығыҙ, беҙҙе онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт”,--тине хеҙмәт ветерандары. Өлкән кешене ҡыуандырыу өсөн күп тә кәрәкмәй икән. Был эштәрҙе башҡарыу йәштәр өсөн бер ни түгел, ә өлкән быуынға ул бик мөһим.
--Ярҙам күрһәтеү маҡсатында нимәгәлер мохтаж оло кешеләр, пенсионерҙарҙы асыҡлау өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Оло быуын кешеләренә декадник ваҡытында ғына түгел, башҡа ваҡытта ла иғтибарлы булырға тырышабыҙ, уларға оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, Мәрйәм Әбүбәкерова 30 йылдан ашыу ауыл фельдшеры булып эшләне, Фирҙәүес Әбүбәкерова колхозда алдынғы эшсе булды. Рәмзиә Балдыбаева хаҡлы ялда булһа ла эшләп йөрөй. Коллегабыҙ Шәрифә Билалова 30 йылдан ашыу ауылыбыҙҙа мәҙәниәт тормошон гөрләтте. Әлфиҙә Сынулатова өс тиҫтә йылдан ашыу китапханасы булып эшләне. Беҙҙең ветерандар үҙ хеҙмәттәре менән тыныс һәм етеш тормошҡа, бәхетле ҡартлыҡҡа лайыҡлы,--тине Әбүбәкер күп функциялы клубы директоры Лариса Бигушова.
Әбүбәкер ауылы инәйҙәре ярҙамсыларҙан, уларҙың эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалып, изге фатихаларын биреп оҙатты. Районда шәфҡәтлелек декадаһын ойоштороу яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Беҙҙең өсөн был акция ололарҙы хөрмәт итеү, уларҙың күңеленә йылы өрөү булһа, ветерандар өсөн ҙур ҡыуаныс, йәш быуын менән аралашыу, уларҙың иғтибарын тойоу.