

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу старт алды. Быйыл көҙ 80 егетте хәрби хеҙмәт үтеүгә йүнәлтеү планлаштырыла. Былтыр 134 призывник әрме сафына алынды.
Хәрби саҡырылыш барышында ковид һәм миҙгелле сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау саралары күреләсәк. Ошо маҡсатта саҡырыу пункттары битлек, термометр, антисептиктар менән тәьмин ителгән. Призывниктарҙы йыйылма пунктҡа алып барасаҡ транспорт та махсус дезинфекция саралары менән эшкәртеләсәк.