ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2021, 06:34

Башҡортостан йәштәре йыйыны нисек үтте?

"Уны киләсәктә федераль кимәлгә сығарырға планлаштырабыҙ”.  

Башҡортостан йәштәре йыйыны нисек үтте?Башҡортостан йәштәре йыйыны нисек үтте?
Башҡортостан йәштәре йыйыны нисек үтте?

2 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында республиканың төп йәштәр йыйыны тамамланды. Унда уҡыусылар, студенттар, йәштәр ойошмалары әүҙемселәре, эшҡыуарҙар, төбәктең район-ҡалаларынан йәштәр проекттары авторҙары ҡатнашты.

Башҡортостан йәштәре йыйынын икенсе тапҡыр уҙғарабыҙ. Уны киләсәктә федераль кимәлгә сығарырға планлаштырабыҙ”, - тине Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук.

Өс көн барған форумда ҡатнашыусылар менән федераль һәм төбәк эксперттары - “Рәсәй йәштәре” Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары проекты белгесе Светлана Астахова, стендап-тренер, педагогика фәндәре кандидаты Алена Лепешкина, бизнес-тренер Дмитрий Никифоров, шулай уҡ төбәктең йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йәштәр лидерҙары эшләне.

Һуңғы көндә йәштәр йүнселдәр менән аралашты, “Алдар батыр” проекттар конкурсында үҙ идеяларын тәҡдим итте.

Форумда тәүге тапҡыр уҡыусылар өсөн айырым платформа булдырылды, унда фекер алышыу майҙансыҡтары, оҫталыҡ кластары эшләне, спорт-патриотик программа тормошҡа ашырылды.

Ошондай сарала ҡатнашыу мөмкинлеген алыуыма, эксперттар менән аралашыуыма бик шатмын, был беҙгә, проекттар авторҙарына, бик мөһим һәм файҙалы”, - тине форумға килгән Азат Айытбаев.

Йыйынды ойоштороусылар – “Бергә” төбәк йәмәғәт хәрәкәте, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге.

 

 

 

 

Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-03/bash-ortostan-y-sht-re-yyyyny-nisek-tte-2528769
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас