ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2021, 15:56

Апайҙар юҡҡа әйтмәҫ...

"Рәйлә сығырынан-сыға яҙҙы: нисек инде Радик менән апаһының ирен сағыштырырға була? Ер менән күк араһы..."

Апайҙар юҡҡа әйтмәҫ...Апайҙар юҡҡа әйтмәҫ...
Апайҙар юҡҡа әйтмәҫ...

– Рәйлә апай, шатлығымды уртаҡлашҡым килә! Мин кейәүгә сығам! ЗАГС-ҡа ғариза биреп ҡайттыҡ әле генә! – Һеңлеһенең телефон аша ашығып ҡына еткерергә тырышҡан һөйөнөсөн апаһы илле километрлыҡ аранан да яҡшы тойҙо.

– Ҡотлайым, һылыу. Һеҙҙең бары­һы ла яҡшы булырына ышанам.

 Рәйлә апаһының һалҡыныраҡ яңғыраған ҡотлауына ғәжәпләнде, һеңлеһе кеше тормошонда бер генә булырға тейешле ҙур ваҡиға менән уртаҡлаша, ә ул...

– Ә ниңә беҙҙең яҡшы булмаҫҡа тейеш? Ниндәй һүҙ инде был... Бер-беребеҙҙе яратабыҙ, ул бына тигән егет!

Гөлфиә, һеңлеһен йыуатырға тырышып, уларға бары яҡшылыҡ теләүен генә белдерҙе. Тик улар әлегә бик йәш... Үҙаллы тормош көтөргә, бер-береһен ишетергә өлгөрөп еткәндәрме-юҡмы икәнле­генә борсола икән апаһы. Бынан бер ай элек Радик менән таныш­ҡанда йәштәрҙең үҙҙәрен нисек тотоуына, һөйләшеүенә ҡарап, ирекһеҙҙән “йәшлек иҫәр­леге сығып бөтмәгән быларҙан, үтә йәш, елбәҙәк икеһе лә” тип уйлап ҡуйғаны иҫендә.

– Мин Радикты яманламайым дабаһа. Тик шуны белгем килә: шундай мөһим аҙым яһар алдынан тормошоғоҙҙо нисек ҡороу, ҡайҙа йәшәү тураһында фекер алыш­тығыҙмы? Хис-тойғо менән генә йәшәп булмай бит, туғанҡайым!

– Нимәһен һөйләшергә? Беҙ күптән бер-беребеҙҙе яратабыҙ! Күрерһең әле, нисек күңелле йәшәгәнебеҙҙе, барыһын да үҙ көсөбөҙ менән йырып сығасаҡбыҙ. Күрерһең, апай! – тине һөйләшеүҙең көтөлмәгән яҡҡа боролоуына йәне көйгән Рәйлә.

Гөлфиә һеңлеһенән ете йәшкә олораҡ, тормош тәжрибәһе лә му­лыраҡ. Тәүге ире менән йәшләй генә өйләнешеп, ярты йылдан һуң айырылышып та ҡуйҙылар. “Хә­ҙер­ге аҡылым һәм сабырлығым булһа, тормошом бөтөнләй башҡаса булыр ине”, – тип ҡабатлағаны ла бар апаһының.

– Туғанҡайым, мин һеҙгә ышанам. Бары бер-берегеҙгә тап киле­үегеҙҙе асыҡларға ғына телә­гәйнем, әйт әле, ҡасан да булһа, Радик менән киләсәгегеҙ, буласаҡ сабыйҙарығыҙ, ғаилә бюджеты, ҡайҙа йәшәүегеҙ тураһында һөйләшкәнегеҙ булдымы?

– Өйләнешкәс тә өлгөрөрбөҙ! Беҙҙең ваҡыт алда күп әле, – тип, бирешмәҫкә тырышып, ныҡышты һеңлеһе.

– Еҙнәңде хәтерләйһең бит. Мин дә бөтә ҡаршылыҡтарҙы бергәләп еңербеҙ тип уйлағайным, баҡһаң, беҙ бөтөнләй башҡа кешеләрбеҙ икән...

Рәйлә сығырынан-сыға яҙҙы: нисек инде Радик менән апаһының ирен сағыштырырға була? Ер менән күк араһы лабаһа. Һәр осра­шыуҙары үҙе бер байрам, күпме һөйөнөс, тулҡынланыу бүләк итә! Ғашиҡ студенттар тормошо, әкиәт­тәгесә, мажаралар, көтөлмәгән шатлыҡтар менән тулы. Күпме романтика, һөйөү ялҡыны, наҙ! Радик шуға күрә тиҙ генә өйләнешергә тәҡдим яһаны ла инде. Иң мөһиме – бер-береңде юғалтмаҫҡа!

Туйҙан һуң ятаҡты ҡалдырып, берәй уңайлы ғына фатирҙы ҡур­тымға алһалар, ғаилә тормошо башланды, тигән һүҙ. Рәйлә, ошо хаҡта һүҙ башлап, кискеһен Радик­тың ҡылын тартып ҡарамаҡсы булды. “Авито” сайтында уның төрлө варианттар эҙләп ултырғанын күреп, егет һорап ҡуйҙы: ”Ә ниңә фатир ҡарайһың? Өйләнешкән студенттарға бүлмә алып була бит”. “Юҡ, әлегә эҙләмәйем, ҡуртым хаҡы менән ҡыҙыҡһынам, – тип яуапланы ҡыҙ. – Ятаҡта йәшәгәс, ул ниндәй ғаилә була инде”. Рәйлә ятаҡ тормошон яҡшы белә, хәтәр күңелле, көнө-төнө дуҫ-иш өҙөл­мәй, кәрт һуғыу, һыра эсеү, компьютер уйындары... Етмәһә, Радиктан күҙен алмаған һары башлы Гөлсирә эргәләрендә өйөрөлөп йөрөйәсәк...

Рәйләнең апаһы менән кисәге һөйләшеүе ҡылт итеп иҫенә килеп төштө.

– Радик, һин тормошобоҙҙо нисек күҙ алдына килтерәһең, һөйлә әле...

– Нимәһен һөйләйһең инде, өйләнешербеҙ, уҡып бөткәнсе айырым бүлмәлә йәшәрбеҙ, – тип һалмаҡ ҡына һуҙҙы кейәү булаһы егет. – Эшкә урынлашырбыҙ, маҡ­сатлы йүнәлтмә менән уҡырға ин­гәс, үҙемдең районға эшкә ҡайтыр­ға тура киләсәк. Тәүҙә атай-әсәйем менән бергә йәшәргә тура килер. Аҙаҡ нимә булһа ла уйларбыҙ, һин борсолма, матурҡайым!

– Ә ниңә был хаҡта әлегәсә бер ҙә өндәшмәнең? Минең районға ҡайтҡым килмәй. Ҡәйнә-ҡайны менән бергә йәшәргә лә йыйынма­йым. Ҡалала ҡалайыҡ, бында бит йәшәү өсөн мөмкинлектәр кү­бе­рәк, – тип үҙенекен тылҡыны ҡыҙ.

– Ниңә башыңды алдан вата­һың? Башҡаларҙың ҡулынан кил­гәнде беҙ булдырмаҫбыҙмы ни? Ауырлыҡтар булыр инде ул, нисек тә йырып сығырбыҙ әле...

– Тороп тор әле, әйҙә ҡайһы бер­ҙәре тураһында һөйләшәйек, Радик. Мәҫәлән, мине ҡыҙыҡһын­дырғаны – һин нисә балаға атай булырға теләйһең?

– Бәй, әллә ауырлыһыңмы? – тине, һағайып, егет.

– Юҡ, өйләнешкәс, ҡасан да булһа сабыйҙарыбыҙ буласаҡ бит инде. Һин нисәүҙе теләйһең?

Радик еңел һулап ҡуйҙы. “Маңҡа танауҙарҙы” ҡарарға өлгөрөрбөҙ әле, ниңә ул мәсьәләне хәҙер ҡуҙғата икән был Рәйлә”, – тип эстән ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә лә, тыныс булырға тырышты:

– Рәйлә, тәүҙә үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡарайыҡ, аҙаҡ күҙ күрер, беҙ йәш бит әле. Утыҙға аяҡ баҫҡас та өлгөрөрбөҙ, һин үҙең бала ғына, – тине.

“Юҡ, тәүге сабыйҙы утыҙҙа табып буламы ни, баш баланы кәм тигәндә 25 йәштәр тирәһендә, икенсеһен – өс-дүрт йыл үткәс”, – тип ҡаршылашты ҡыҙҙың кителгән күңеле. Рәйлә һүҙ көрәштереп маташманы, үпкәһен эсенә “йотто”.

– Ярай, һинеңсә булһын. Ғаилә бюджетын нисек күҙ алдына килтерәһең? – тип дауам итте Рәйлә.

Радикка һорау оҡшаманы. ”Беҙ­ҙең әлегә бер тин дә аҡсабыҙ юҡ, ниңә улай ашыҡтыраһың? Һиңә нисек оҡшай һуң? Бөтә аҡсаны ҡулыңа тоттороп, аҙаҡ үҙем һыраға йәки тағы нимәгәлер һинән аҡса хәйерселәйемме? Беләм инде мин һине, аҡса ҡулыңа эләгеү менән косметика, күлдәк-мүлдәк алырға йүгерәсәкһең!” – тип ҡәнәғәт­һеҙлеген белдерҙе.

– Һин мине шулай еңел аҡыллы тип уйлайһыңмы? – Рәйлә, урынынан тороп, бөйөрөнә таянып, егет алдына килеп баҫты.

– Ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә бер иш, бер сыбыҡтан ҡыуылған! – тип һүҙендә ныҡ торҙо егет.

– Ярай, аңлашылды, артабан киттек. Туйҙы нисек үткәрәбеҙ, уйланыңмы?

Радик ҡәнәғәт төҫ менән йылмайҙы.

– Һүҙҙе шунан башларға кәрәк ине, һылыуым! Дуҫтарыбыҙҙы саҡырырбыҙ, бөтә ятаҡ гөрләп торор, бик күңелле үткәрербеҙ, күрерһең!

– Ә атай-әсәйҙәр, туғандар?

– Улар йәштәр эргәһендә ни эшләһен? Аҡса бүләк итһәләр, шул еткән.

Рәйләнең асыуы йөҙөнә сыҡты. “Туй... ятаҡта? Аҡ күлдәкһеҙ, туған­дарһыҙ, машинаһыҙ... Ата-әсә фати­хаһынан тыш... Мин ысын матур туй тураһында хыял­ланғай­ным!” – ҡыҙ илар сиккә етте.

– Ә кем ул матур туй өсөн түләр һуң? Минекеләр туйға бер тин дә бирмәйәсәк, уларҙың үҙ пландары бар. Ә һинекеләр иҫәбенә туй үткәрергә намыҫым ҡушмаясаҡ.

– Тимәк, беҙҙең туй ҙа, фатир ҙа, балалар ҙа булмаясаҡ?

– Уның ҡарауы, беҙ икәү гел бергә буласаҡбыҙ, был һиңә аҙмы ни? – тине кәйефе ҡырылған кейәү булаһы егет.

– Ғәфү ит, Радик, миңә уйларға кәрәк. Бер үҙемде ҡалдыр...

...Өс көндән һуң йәштәр кафела йәнә осрашты. Рәйлә тыныс, ышаныслы тауыш менән үҙҙәренең ЗАГС-ҡа барыу идеяһы менән ашығыуҙарын белдерҙе. ”Беҙгә өйләнешергә иртә әле”, – тип ҡыҫҡа ғына аңлатты ул ҡарарын. Егеттең иҫе китмәне кеүек, әллә ҡыҙҙы өгөтләргә ғорурлығы ҡамасауланы.

Гөлфиә апаһы һеңлеһенең яңылы­ғын тыныс ҡабул итте: “Ҡайғырма, туғанҡайым. Бөтәһе лә яҡшы булыр, әлегә тормош ҡороу өсөн өл­гөрөп етмәгәнһегеҙ, үтә “йәшелһе­геҙ”. Ул мәлдең еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың, ашыҡтырма ваҡытты”, – тине. Апайҙар юҡҡа әйтмәҫ.

 

- Динә Арыҫланова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-01/apay-ar-yu-a-ytm-2527543

Фото:e-w-e.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас