ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2021, 15:52

30 йыл ҡоллоҡта булғандан һуң...

Туғандары уның был донъяла барлығына күптән өмөтөн өҙгән булған. Ҡатынға Төркмәнстандан тыуған яғы Башҡортостанданға ҡайтырға насип итте.  

30 йыл ҡоллоҡта булғандан һуң...30 йыл ҡоллоҡта булғандан һуң...
30 йыл ҡоллоҡта булғандан һуң...

Башҡортостандан булған ҡатынға, 30 йылдан ашыу Төркмәнстанда ҡоллоҡта булғандан һуң, тыуған яғына ҡайтырға насип булды. Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа ваҡиғаны - туғандарҙың оҙаҡ ваҡыттан һуң осрашыу күренешен БЮТ каналы күрһәтте.

...Азия яҡтарына бәхете артынан - егетенең ата-әсәһе менән танышырға тип килгәндә үҙен бында кәмһетеү, битәрләү, ысын мәғәнәһендә ҡоллоҡ көтөрөн ҡайҙан ғына күҙаллаһын инде ул ваҡыттағы 19 йәшлек ҡыҙ бала? Сит-ят ерҙә япа-яңғыҙ, яҡлаусыһыҙ ҡыҙҙы ир үҙ мәнфәғәтендә файҙалана - ҡышлаҡта кеше өйөн таҙартырға йөрөй, баҡсаларында эшләшә, бынан тыш, үҙ өйөндәге эштәр ҙә уның иңенә төшә.

Ҡатынға эше өсөн бер тин дә эләкмәй, әлбиттә, түләнгән хаҡ ирҙең кеҫәһенә инеп ята. Етмәһә, ире яғынан кәмһетеүҙәр, туҡмауҙар... "Полицияға мөрәжәғәт итеп булманымы?" тигән һорауға Гөлбинә: "Унда полиция ла шундай, ҡыҫылманы", - ти.

Тәүге осорҙа Гөлбинә туғандары менән хатлашып тора. Хаттарында был яҡтарҙағы тормошто, көнкүреште маҡтап яҙа. Хәҙер, аңлашылыуынса, быны иренең баҫымы аҫтында шулай эшләргә мәжбүр булған... Һуңғы хаты менән фотоһын 1992 йылда ала туғандары. Ә Башҡортостандан барған хат-сәләмдәр иһә, яуыз ирҙең ҡулына төшөп, Гөлбинәгә тапшырылмай. Шулай итеп, хаттар килеүҙән туҡтай, туғандар араһындағы бәйләнеш өҙөлә.

30 йыл хоҡуҡһыҙ ғүмер итеү... Әйтеүе генә анһат. Күпме күҙ йәштәре түгелгән, йән һәм тән ғазабы кисерелгән, һағыныу-юҡһыныу һыҙланыуҙары йөрәкте телгеләгән был йылдарҙа?..

Гөлбинәне вафат булғандыр инде тип уйлап, өмөттәре һүнгән туғандарына былтыр уның иҫән булыуы, уларҙы эҙләүе тураһында хәбәр итәләр. Ҡатын йыйыштырған өйҙөң хужалары ярҙамы менән башлана был изге эш. Ошонан һуң туғандар араһында бәйләнеш яңыра, һәм Гөлбинәне Башҡортостанға ҡайтарыу буйынса эш башлана.

Тәүҙә барыһы ла ыңғай ғына бармай, күп инстанцияларға мөрәжәғәт итеүҙең дә һөҙөмтәһе булмай. Бер туған апаһы Башҡортостан Башлығына үтенесен белдереп яҙғас ҡына, ҡатынды тыуған яғына ҡайтарыу буйынса процесс башлана. Документ әҙерләү өсөн бер айҙан ашыу ваҡыт китә, был осорҙа Гөлбинә әлеге ярҙам итеүселәрендә ҡан эскес иренән йәшеренеп йәшәй.

"Самолетҡа ултырмайынса ҡурҡыуым үтмәне", - ти Башҡортостанға имен-аман ҡайтып төшкән ҡатын. Әлеге ваҡытта уға документтар әҙерләнә, туғандары яңы тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итә.

Үткәндәре ҡурҡыныс төш кеүек хәтеренән тиҙерәк юйылһын, артабан тик яҡшы кешеләр генә осраһын юлында, барыһы ла яҡшы булһын тип теләге килә яҡташыбыҙға.

Һүрәттә: Һулда - Гөлбинә Ғилуанова, уңда - бер туған апаһы Рәшиҙә Судакова.

 

 

 

Фото:bash.news

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-01/30-yyl-ollo-ta-bul-andan-u-2527618
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас