

Бөгөн Рәсәй ғаиләләренең 77 проценты самаһы интернеттан файҙалана, ә яртыһынан күберәге – мобиль телефондан. Был юлы иһә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ҙа һанлы форматта алып барыласаҡ.
Рус телендәге Ru доменлы сайттар беҙҙең илдә 1994 йылда барлыҡҡа килә. Шул саҡтан IT-белгестәр генә түгел, уҡытыусылар ҙа, юғары уҡыу йорттары студенттары ла, шулай уҡ ябай ҡулланыусылар ҙа интернетҡа әүҙемерәк инә башланы. Ул саҡта төп шарттарҙың береһе – шәхси компьютерың, телефоның һәм dial-up-модем булыуы мөһим ине.
Мобиль технологияларҙың һәм киң һыҙатлы лимитһыҙ элемтәне файҙаланыуҙың үҫешенә бәйле, 2000 йылдарҙан Рәсәй халҡының яртыһы тип әйтерлек интернеттан файҙаланыуға күсә. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда илдәге йорт хужалыҡтарының 76,3 проценты интернетҡа инеү мөмкинлегенә эйә булған. Уларҙың 40,6 проценты ғына стационар компьютерҙан файҙаланған, ә смартфондарҙан – 56 процент. 2019 йылда өйҙән интернетҡа сығыусылар һаны әллә ни артмаған, 76,9 процент тәшкил иткән. Әммә интернет-серфинг өсөн ҡорамалдарға өҫтөнлөк биргәндәр һаны үҙгәргән – уларҙы инде 66 процент ҡулланған, ә өҫтәл компьютерҙарын бары 36,8 процент ҡына файҙаланған. Шулай итеп, Рунет барлыҡҡа килгәндән һуң интернет селтәренә сығыуҙа компьютерҙар беренсе тапҡыр икенсе техниканан ике тапҡырға артта тороп ҡала.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, 2017 йылда өйҙән тороп ноутбуктарҙы һәм планшет-компьютерҙарҙы аҙ файҙалана башлағандар: ноутбуктар 40,6 проценттан – 26,8 процентҡа, планшет-компьютерҙар 38,5 проценттан 23,3 процентҡа тиклем кәмегән. Дөйөм алғанда, 2020 йылғы һөҙөмтә буйынса интернеттан файҙаланған халыҡ һаны 84,1 процент тәшкил иткән.
2010 йылда уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ла һанлаштырыу кимәле ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, бынан ун йыл элек ойошмаларҙың 28,5 процентының веб-сайты булһа, 2019 йылға был һан 51,9 процент тәшкил иткән. Интернет ҡулланған компаниялар һаны 82,4 проценттан 91,2 процентҡа еткән, ә интранет (корпоратив селтәрҙәр) 13,1 проценттан 31,8 процентҡа артҡан. “Болот” сервистарын ойошмаларҙың 28,1 проценты файҙалана башлаған.
Әлбиттә, был үҙгәрештәр быйыл буласаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ла ҡағыла. Хәҙер мәғлүмәттәр йыйыу өсөн мобиль ҡорамалдар – үҙенсәлекле планшеттар файҙаланыласаҡ, ә статистика мәғлүмәттәрен эшкәртеү һәм визуаль тапшырыу өсөн махсус BI-платформа ҡулланыласаҡ, уға Рәсәй халҡы интернет аша инә аласаҡ.
“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ситтән тороп иҫәп алыуҙа ҡатнашыу төп яңылыҡтарҙың береһе буласаҡ. Ipsos Comcon компанияһының былтыр уҙғарған тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, һорау алыуҙа ҡатнашҡан Рәсәй халҡының 52 проценты халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында онлайн тәртибендә ҡатнашыу теләген белдергән. Ситтән тороп ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында йәштәр күберәк белә. Мәҫәлән, былтыр Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге ойошторған социаль һорау алыу күрһәтеүенсә, 18–24 йәштәге граждандар ошондай опциялар менән яҡшы таныш.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа һәр кем үҙаллы ҡатнаша ала: өй йәки эш компьютерынан селтәргә инеп, смартфондағы ҡушымта аша йәки “Минең документтарым” үҙәктәренең береһендә компьютерҙа электрон иҫәп алыу битен тултырыу мөмкинлегенә эйә.
Халыҡ иҫәбен алыу буйынса һорауҙар булһа, бушлай "ҡыҙыу телефон"ға шылтарырға була: 8-800-707-20-20. Махсус контакт үҙәк 24 сентябрҙән эшләй башланы һәм көн һайын 170-ән ашыу белгес сәғәт иртәнге 11-ҙән киске 11-гә тиклем һорауҙарға яуап бирә.
- Рәмилә МУСИНА.
https://bashgazet.ru/articles/khaly-i-ben-alyu/2021-09-03/anly-i-p-ur-m-mkinlekt-r-bir-2482429