

Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында тыуып үҫкән бер туған Фәиз, Рафиҡ һәм Рәфис бала саҡта тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмаған. Ләкин генетик сир егеттәрҙе аяҡтан йыҡҡан. Операциялар ҙа ярҙам итмәгән.
Шуға ҡарамаҫтан, Ҡунаҡҡоловтар өмөтһөҙлөккә бирелмәгән. Бер туған ағалы-ҡустылы спорт, музыка менән шөғөлләнә, хужалыҡ алып бара. Быларҙың барыһын да улар инвалид коляскаһында ултырған килеш башҡара.
«Инвалид коляскаһында ауыл урамдарынан йөрөүе бик ҡыйын, шуға өсөбөҙгә бер мотоблок алдыҡ. Хәҙер күпкә уңайлыраҡ. Хатта ямғырҙан һуңғы батҡаҡ та беҙгә ҡамасауламай», – ти Рафиҡ Ҡунаҡҡолов.
Өс туған йыйған аҡсаларына яңы өй һалып ингән. Йорттағы бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ өсөн уртансы туғандарының ҡатыны Гөлфиә Ҡунаҡҡолова яуаплы.
Шул уҡ ваҡытта улар ярҙам һорарға тырышмай. Ә ярҙам кәрәк. Өйҙә газ юҡ, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә тура килә. Тыштағы бәҙрәфкә йөрөүе лә инвалидтарға бик уңайһыҙ.
Ҡунаҡҡоловтар туғандары һәм таныштары менән онлайн аралашыу өсөн заманса смартфон йәки планшет тураһында хыяллана. Инвалид коляскаһы - хөкөм ҡарары түгел, иң мөһиме - бер ҡасан да бирешмәҫкә, ти улар үҙҙәре.
📞89507486783 – Рәфис Ҡунаҡҡолов
📞89374787493 – Рафиҡ Ҡунаҡҡолов
Башҡортостаным | яңылыҡтар