

Аҡъяр ауыл Советы ауыл биләмәһе Советының сираттағы ултырышында депутаттар, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, муниципаль район Советы секретары Салауат Байғабулов, ойошмалар етәкселәре, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
6-сы һайлау округы буйынса 4-се саҡырылыш Аҡъяр ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаттарын өҫтәмә һайлау һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауышты Ришат Рәхмәтуллин (64,44%) һәм шәхси эшҡыуар Денис Юлдашбаев ( 13,67%) йыйҙы. Уларға танытма һәм значоктар тапшырылды.
Депутаттар, төрлө ойошмалар етәкселәре Ришат Зәйнәғәле улын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына һайланыуы менән ҡотлап, артабан да бергәләп һөҙөмтәле эш алып барыуҙы теләне. Ришат Рәхмәтуллин, үҙ сиратында, ауылдаштар мәнфәғәтенә эшләргә теләге ҙур булыуын билдәләне һәм бергәләп тырышҡанда Аҡъярҙың заманса, йәмле район үҙәгенә әүереләсәгенә ышаныс белдерҙе.
Ринат Иманғолов