

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға осто.
Ҡул етерлек арала ғына ятҡан, ҡәрҙәш халыҡ йәшәгән ил менән республика тығыҙ бәйләнеш тота. Тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Ҡаҙағстанға 7,3 процент тура килә, 2020 йылда, мәҫәлән, ул 296,9 миллион доллар тәшкил иткән. Экспортҡа нефть һәм химия сәнәғәте продукттары, гербицидтар, минераль ашламалар, сода, каучук, ағас эшкәртеү продукттары, быяла, ҡара металл прокаты, төҙөлөш материалдары, транспорт техникаһы һәм башҡалар оҙатыла.
Республика биләмәһендә Ҡаҙағстан капиталы ҡатнашлығындағы утыҙ предприятие эшләй. Беҙҙең юғары уҡыу йорттарҙа Ҡаҙағстандан 739 студент белем ала.
Делегация составына ингән хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов, вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов, Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре республиканың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәтен презентациялауҙа һәм эшлекле һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашасаҡ.
Радий Хәбировтың Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев менән осрашыуы көтөлә. Шулай уҡ Республика Башлығының Ҡаҙағстандың Премьер-министры Асҡар Мамин, Ҡаҙағстан Парламенты Сенаты рәйесе Маулен Ашимбаев, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Искәлиев менән һөйләшеүҙәре ҡаралған. 29 сентябрҙә Башҡортостан Конгресс-бюроһы Вәкиллеген тантаналыу асыу була.
Сәфәрҙең саралар программаһын Радий Хәбировтың Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашыуы ослап ҡуясаҡ.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-09-28/a-a-stan-men-n-aralar-y-ya-ynaytyp-2522542