ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2021, 06:26

Матбуғат ветераны вафат булды

Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союздары ағзаһы, мәғариф һәм матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхелислам Айсыуаҡовты вафат булды  

Матбуғат ветераны вафат булдыМатбуғат ветераны вафат булды
Матбуғат ветераны вафат булды

Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союздары ағзаһы, мәғариф һәм матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Шәйхелислам Айсыуаҡовты 1981 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар. Ул тәүгеләрҙән булып Нефтекама ҡалаһында ойошторолған хәбәрселәр пунктын етәкләй, гәзит уҡыусыларҙы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары тормошо, алдынғы нефтселәр, машина эшләүселәр менән таныштыра. Тәжрибәле журналист Сибай ҡалаһына эшкә күсерелгәс, ең һыҙғанып республиканың Көньяҡ Урал төбәге тормошон яҡтыртыуға тотона.

Журналистикаға ул очерктары менән килеп инде тип әйтергә лә мөмкин, сөнки егеттең 1973 йылда уҡ “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Хәйбулла районы “Маҡар” совхозының алдынғы һауынсыһы Люба Сивоплясова хаҡында “Алда — яңы үрҙәр” исемле очеркы донъя күрә. Артабан Баймаҡ районындағы “Сибай” совхозы эшсеһе Заһретдин Ваһапов хаҡында “Юл башы” очеркы ла гәзит уҡыусыларҙың ғына түгел, күп кенә тәжрибәле журналистарҙың күңеленә хуш килә.

“Был авторҙың ҡәләме бар” тигән һүҙҙәр ул ваҡытта хәбәрсе өсөн иң юғары баһа була. 1973 йылда ҡәләме шаҡтай шымарған Шәйхелислам Ғәҙелша улын "Башҡортостан пионеры” гәзитенә өлкән әҙәби хеҙмәткәр итеп алалар. Бер йыл үтеүгә СССР Фәндәр академияһы Өфө филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына эшкә күсә. Бындағы хеҙмәтенең төп иҫтәлеге булып Шәйхелислам ағайҙың архивында күптән инде ҡағыҙҙары һарғайған, яҙылып бөтмәгән диссертацияһы һаҡлана.

Яҙмаларында ябай халыҡтың тырышлығы, оҫталығы, күңел матурлығы бар тулылығында сағыла. Шулай уҡ хәбәрсе күтәргән мәсьәләләр, тәнҡит мәҡәләләре ҡайһы бер түрәләргә оҡшамаһа ла, бер-бер артлы баҫылып ҡына тора. 

Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге тормошон яҡтыртыуға күскәс, Шәйхелислам Айсыуаҡов тағы ла дәртләнеберәк ижадҡа тотона. Ни тиһәң дә, тыуған яғыңда насар эшләү килешмәй. Ул яҡташтарын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡәләм көсөн, егәрлелеген ҡуллана, байтаҡ йылдар дауамында йәнгә тейгән проблемаларҙың хәл ителеүенә булышлыҡ итә.

“Республиканың ҡайһы ғына төбәгендә эшләһәм дә, маҡсатым хеҙмәтте һәм хеҙмәт кешеһен данлау булды”, — ти торғайны матбуғат ветераны. “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында 28 йыл эшләү дәүерендә Шәйхелислам Айсыуаҡовҡа кемдәр менән генә осрашырға, ниндәй генә мәсьәләләр өҫтөндә уйланырға тура килмәй.

Тыныс йоҡла, хөрмәтле матбуғат ветераны! Ҡатыны Рәсимә Фитрат ҡыҙының, уның балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор: Кәримә Усманова

Автор:
Читайте нас