ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2021, 04:48

Әспиямал Иҫәнгилдинаны ауылдаштары хөрмәт итә

Ихата ҡапҡаһын асҡас та, хатта кәртә-ҡура яғына тиклем һуҙылған гөл-сәскәләр донъяһына шаҡ ҡатып ҡарап торҙом. Был Әспиямал апай йәштәрҙән һис ҡалышмай,  ҡулынан да, теленән дә килә тип оло хөрмәт менән һоҡландым.

Әспиямал Иҫәнгилдинаны ауылдаштары хөрмәт итәӘспиямал Иҫәнгилдинаны ауылдаштары хөрмәт итә
Әспиямал Иҫәнгилдинаны ауылдаштары хөрмәт итә

Әспиямал Иҫәнгилдина 1946 йылдың 18 сентябрендә Вәлит ауылында 10 бала араһында 5-се булып донъяға килә. 9-сы класты Иҫәнгилде ауылы мәктәбендә тамамлай. 1967 йылда ошо уҡ ауыл егете Теүәлбай Иҫәнгилдинға кейәүгә сыға. Бер нисә йылдан  Иҫәнгилделә бухгалтер булып эш башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс баланы етем ҡалдырып, ире фажиғәле һәләк була.  Әммә башты ташҡа бәреп булмай, нисек булһа ла тормош дауам итә. Шулай йәшәп ятҡанда бер туған һеңлеһе 2 балаһын етем итеп, ҡаты ауырыуҙан вафат була.  Әспиямал Фәйзулла ҡыҙы уларҙы ла үҙ ҡанаты аҫтына алып, 5 баланы тәрбиәләп үҫтерә, уҡыта.

Үкенескә күрә, әсе яҙмыш мәҡәләм геройын ҡаты һынай. Ҡайғы еле йәнә  ишек ҡаға. Бәләкәй ҡыҙы Земфира  әсә йөрәгенә мәңгелек яра һалып, 16 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китеп бара.  Әспиямал апай балалары хаҡына тешен ҡыҫып түҙә,  уларҙы эшһөйәр итеп тәрбиәләй, ә һеңлеһенең ике балаһын үҙе үҫтереп, кеше итә.  Хәҙерге көндә Илдар улы -- Маҡан ауылында фермер,  Илгиз –“Башҡорт баҡыры” предприятиеһында водитель, Лиана ҡыҙҙары һатыусы,  Адель Өфө ҡалаһында эшләй.  Һәр береһе үҙ донъяларында балалар үҫтереп, донъя көтәләр. Мәҡәлә геройым 8 ейән-ейәнсәргә, 1 бүлә, 1 бүләсәм бар тип, етеш һәм бәхетле тормошта  йәшәй. Бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай,  ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрай,  баҡса үҫтерә. “Әлеге ваҡытта 47 баш ҡаҙым бар, һуйырлыҡ булдылар”,--ти уңған хужабикә.

Әспиямал Фәйзулла ҡыҙы ауылда оло хөрмәткә лайыҡ кеше, әүҙем тормошта йәшәй. Берәй конкурстар булһа, сәхнәгә сығып та йырлай. Уның менән аралашыуы ла еңел, файҙалы кәңәштәрен дә бирә. Мәҡәләм геройы  Маҡан ауылы ветерандар советы рәйесе, йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәй. Ололар өсөн Һабантуй ҙа  үткәрә Әспиямал апай. Ололар самауыр сәйе эсеп, бишбармаҡ ашап, үҙ-ара аралашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡала. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе Рыҫбикә Аллағолова ла Әспиямал Фәйзулла ҡыҙы тураһында фекерен белдереп: “20 йылға яҡын маҡан ауылы ветерандар советын етәкләне. Бик әүҙем, егәрле, кеше йәнле, хәстәрлекле. Һәр кемдең күңел асҡысын табып, ваҡытын йәлләмәй, әүҙем эшләгән кеше ул Әспиямал  Иҫәнгилдина”,-- тине.

Әспиямал Фәйзулла ҡыҙы  кеүектәргә ҡартлыҡ уны өйҙә тота алмаҫ, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Ошо көндәрҙә 75 йәшен билдәләгән юбилярға артабан да бәрәкәтле тормошта әүҙем  йәшәргә яҙһын тип теләге килә.

Зәкиә Ҡадаева.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас