ЙӘМҒИӘТ
22 Сентябрь 2021, 05:14

Компьютерҙы белергә теләһәң, курс яҙыл!

Аҡъяр тау колледжында пенсионерҙарҙы  компьютерҙы үҙләштерергә өйрәтәләр. Бөгөнгө көндә ошо заман техникаһынан, интернеттан тыш, тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Бушлай курсҡа оло йәштәге теләгән бер кеше яҙыла ала #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

Компьютерҙы белергә теләһәң, курс яҙыл!Компьютерҙы белергә теләһәң, курс яҙыл!
Компьютерҙы белергә теләһәң, курс яҙыл!

Аҡъяр тау колледжы бинаһында “Пенсионерҙар өсөн компьютер әлифбаһы” тип аталған  проект тормошҡа ашырыла башланы.  

Әлеге ваҡытта курсҡа 20 кеше яҙылған. Улар бик теләп йөрөй. Оло быуынды  компьютер грамотлылығына Аҡъяр тау колледжы педагогы Наил Ҡоҙабаев өйрәтә. “Нур” клубы ирекмәндәре лә ярҙам итә.

“Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Алған белемебеҙ мотлаҡ кәрәк буласаҡ әле. Беҙ заман менән бергә атларға, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ менән бер кимәлдә булмаһа ла, уларҙан ҡалышмай аралашырға теләйбеҙ”, - ти курстарға йөрөгән ололар.

Теләүселәр  Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 34 адресы буйынса мөрәжәғәт итә йәки 8- 927-312-12-45 телефоны буйынса шылтырата ала

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Молодежно-подростковый клуб "НУР"

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас