ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь 2021, 16:42

Зәлфиә инәйгә картуф ҡаҙыштыҡ

“Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы белгестәре ирекмәндәр менән берлектә, Шәфҡәтлелек айлығы сиктәрендә,  Аҡъяр ауылынан хеҙмәт ветераны Зәлфиә Таулыҡаеваға тимурсылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Зәлфиә инәйгә картуф ҡаҙыштыҡЗәлфиә инәйгә картуф ҡаҙыштыҡ
Зәлфиә инәйгә картуф ҡаҙыштыҡ

Улар Зәлфиә Фәтхулла ҡыҙының мөрәжәғәте буйынса  йорт алдынан картуфты ҡаҙышырға ярҙам иттеләр.

--Улар картуф ултыртырға ла ярҙам итте,  уны тәрбиәләү миңә ауыр булды, хәҙер инде уңышты йыйышырға килделәр. Ҙур рәхмәт уларға. Һеҙ булмаһағыҙ, нимә эшләр инем,-- тип ҡыуана күрһәтелгән ярҙамға Зәлфиә Фәтхулла ҡыҙы.

Шәфҡәтлелек айы сиктәрендә, теләгән бер оло кеше аҙыҡ-түлек,  дарыуҙар һатып алыуҙа йәки  көнкүреш проблемаларын хл итеүҙә ярҙам һорап, 2-19-17, 89273121245  телефоны буйынса шылтырата ала.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас