ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь 2021, 10:01

Урамдар яҡты буласаҡ!

Был мәсьәләгә район үҙәгендә генә түгел, ауыл биләмәләре ауылдарында ла иғтибар бүленәсәк

Урамдар яҡты буласаҡ!Урамдар яҡты буласаҡ!
Урамдар яҡты буласаҡ!

Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе буйынса муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов мәғлүмәт бирҙе.

--Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе  халыҡ менән осрашҡанда ла яңғыраны, үҙебеҙҙең эш планында ла ҡаралғайны. Салауат Юлаев проспектында  электр лампаларын алмаштырыу быйылғы йылдың бюджетына 2020 йылда уҡ һалынғайны. Яҡтыртыу мәсьәләһен тормошҡа ашырыу өсөн төрлө йүнәлештәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, район бюджетына һалынған аҡсаға 360-лап заманса светодиодный лапмалар ҡуя башланыҡ. Ул район үҙәгенә генә түгел,  ауылдарға ла ҡағыласаҡ. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына ла ошо мәсьәләгә иғтибар бүлергә ҡушылды  һәм төрлө ярҙамдар буласаҡ. 

Бүребай яғынан Аҡъяр ауылына ингән ерҙән башлап, Салауат Юлаев проспекты дауамында  бер төҫтә һәм бер типтағы лампочкалар  ҡуйыла. Был үҙәк урамда яҡтыртҡыстарҙың бер өлөшө ҡуйылды, ошо арала ҡайһы бер урындарҙа бағаналар ҡуйыу планлаштырыла. Тағы ла Аҡмулла, Батанов урамдарын,  район үҙәге эсендә яҡтыртылып етмәгән, халыҡ күп йөрөгән урамдарҙы, яңы микрорайондар,  социаль объекттарға лампалар ҡуйып сығырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ күп электр энергияһын сарыф иткән иҫке лампалар ҙа замансаға алмаштырыласаҡ. Киләсәктә  район үҙәген яҡтыртыу эше алып барыласаҡ. 2022 йылдың бюджетына ла һалынасаҡ.

Урамдарҙы яҡтыртыу хәүефһеҙлек сараһы ла. Әле көҙгө көндәр ҡыҫҡара,   балалар мәктәпкә йөрөй, шуға күрә ҡараңғы ваҡытты яҡты булырға тейеш. Төрлө программалар буйынса  райондың һәр ауылында яҡтылыҡты тәьмин итеү буйынса эштәр алып барылыр тип уйлайым,--ти муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас