ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2021, 10:11

Башҡортостанда ике меңгә яҡын балала коронавирус тигән шик бар

16 сентябргә рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 322 балала яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған, уларҙың 89-ы ковид-госпиталдәрҙә дауалана.

Башҡортостанда ике меңгә яҡын балала коронавирус тигән шик барБашҡортостанда ике меңгә яҡын балала коронавирус тигән шик бар
Башҡортостанда ике меңгә яҡын балала коронавирус тигән шик бар

16 сентябргә рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 322 балала яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған, уларҙың 89-ы ковид-госпиталдәрҙә дауалана. Һуңғы тәүлектә 64 балала ошо мәкерле сир асыҡланған. Дөйөм алғанда, республикала 1,8 мең балала COVID-19 тигән шик бар, тип хәбәр итте РБК-Уфа.

Бынан алда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡыу йылы башланыу менән республикала уҡыусылар араһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтарының артыуын хәбәр иткәйне. Уларҙың күпселеге – 15 йәштән өлкән.

Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 61 930 кешелә  COVID-19 диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә 314-ендә әлеге сир табылған. 15 пациенттың ғүмере өҙөлгән.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1645453/
Автор:
Читайте нас