ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2021, 16:36

"Айыҡ ауыл"да ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы башланды. Бөгөн Хөкүмәт йортонда ойоштороу комитетының ултырышы булды. Конкурс тәртибендә ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар бар?  

"Айыҡ ауыл"да ҡатнашырға саҡырабыҙ!"Айыҡ ауыл"да ҡатнашырға саҡырабыҙ!
"Айыҡ ауыл"да ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы башланды. Бөгөн Хөкүмәт йортонда ойоштороу комитетының ултырышы булды.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры, ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева, шулай уҡ төрлө ведомстволар, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

“Айыҡ ауыл-2021" конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары республика Башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә.

Ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин билдәләүенсә, былтыр конкурс халыҡ араһында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, муниципалитеттар араһында унда ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып барылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән. Конкурста республиканың 54 районы ла ҡатнашҡан. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән сараның приз фонды ун тапҡырға арттырылғайны.

Конкурс республика өсөн яңылыҡ түгел: бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, халыҡта ҡыҙыҡһыныу, дәрт-дарман, сәм уятты. Бәйгенең маҡсаты бер: кешеләр күңелендә үҙенең һәм яҡындарының һаулығына иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Билдәле булыуынса, "Айыҡ ауыл" конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән ул кире тергеҙелде. Проектты тормошҡа ашырыуға журналистар, сәхнә оҫталары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителә. Урындағы һәм дәүләт власы органдары иһә уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө ҡануни акттар, башҡа документтар тәҡдим итә. Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәшкә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Тәүге этапҡа һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына ҡарап яһай.

Эльвира Айытҡолова проекттың фәҡәт республика халҡы әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Иң бәләкәй ауылдар ҙа конкурста әүҙем ҡатнаша һәм ҡаҙаныштарға өлгәшә, тине ул. "Әгәр 2019 йылда муниципаль этапта төбәк ауылдарының ун проценты ҡатнашһа, республика этабында – райондарҙың  87, 2020 йылда ауылдарҙың 47 проценты, ә райондарҙың барыһы ла көсөн һынап ҡараған. Һөҙөмтәлә сәләмәт тормошто үҙ иткән, айыҡ йәшәү рәүеше алып барған, төрлө үҙешмәкәр коллективтарҙа, спорт секцияларында шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән сараларҙың артыуы күҙәтелә; алкоголдән ағыуланып вафат булған граждандар иҫәбе кәмей; араҡы һатыу күләме түбәнәйә", - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Быйылғы конкурс тәртиптәренә килгәндә, ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Ул 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта үтә. Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә, өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. 2020 йылда бындай ысулды Баймаҡ һәм Белорет райондары ҡулланған.

Былтырғы кеүек үк, конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк:

“Эре тораҡ пункттар”;

“Ҙур тораҡ пункттар”;

“Уртаса тораҡ пункттар”;

“Бәләкәй тораҡ пункттар”.

Һәр номинацияла өсәрҙән 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Бүләк фонды – 40 миллион һум.

Алты миллион һумлыҡ иң ҙур приз “Эре тораҡ пункт” номинацияһында еңгән ауылға биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ, тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, приз суммаһы төрлө буласаҡ.

“Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар 16 сентябрҙән 30-на тиклем ҡабул ителә, 1 октябрҙән муниципаль этап башлана.

Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшкә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Тәүге этапҡа һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына нигеҙләнеп яһай.

Үткән йылдарҙағы кеүек, конкурс барышында төрлө тематик акциялар үткәреләсәк. Сара тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт, документтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында, социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә буласаҡ.

Эштең һөҙөмтәлелеген күрһәтеү, мәғлүмәтте күберәк таратыу маҡсатынан сығып, конкурс хаҡындағы барлыҡ материалдарға #Трезвоесело2021, #Айыҡауыл2021 хештегтарын ҡуйыу тәҡдим ителә. Аҙаҡ тап ошо билдәләр ярҙамында иң әүҙем мәғлүмәт таратыусылар билдәләнәсәк.

 

 

 

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-09-16/ayy-auyl-da-atnashyr-a-sa-yraby-2507300
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас