ЙӘМҒИӘТ
15 Сентябрь 2021, 11:58

Синоптиктар был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлай

Арктик һауа массалары Башҡортостанға һалҡын килтерә. Был турала Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итте.

Синоптиктар был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлайСиноптиктар был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлай
Синоптиктар был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлай

Арктик һауа массалары Башҡортостанға һалҡын килтерә. Был турала Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итте. 16-21 сентябрҙә республикала һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк була. Был осорҙа башлыса термометр бағанаһы +10 градусты күрһәтә.

«Осор башында һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән һауала һәм тупраҡта 0, -2° тиклем ҡырау, көндөҙ +8, +13°, — тип билдәләне идаралыҡ белгестәре. — Осор уртаһына температура төндә 0, +5°, урыны менән һауала һәм тупраҡта 0, -5° ҡәҙәр ҡырау, көндөҙ +6, +11° була».

Аҙна аҙағына тиклем Башҡортостандың барлыҡ райондарында — ҡыҫҡа ваҡытлы, ә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. 21 сентябргә ямғырҙар туҡтай.

 

     

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1644913/
Автор:
Читайте нас