ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2021, 16:35

Парктар гөл-сәскәгә күмелер әле

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында  эшҡыуарлыҡ буйынса кооординацион совет ултырышы үтте.

Парктар гөл-сәскәгә күмелер әлеПарктар гөл-сәскәгә күмелер әле
Парктар гөл-сәскәгә күмелер әле

“Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусыларға Хәйбулла районында “Сәскәләр ожмахы” паркын төҙөкләндереү һәм хеҙмәтләндереү буйынса Гөлназ Иманованың  проекты тәҡдим ителде.

буйынса орлоҡтар, сәскәләр ултыртыу өсөн ҡоролмалар һатып алыу, клумбаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн сығымдарҙы ҡаплауға инвестиция йәлеп итеү тәҡдим ителә.  Инвестиция, үҙ сиратында, Аҡъяр ауыл биләмәһендә  парктарҙың күркәмлеген арттырыу,  уларҙы төҙөкләндереү һәм тәрбиәләү буйынса өҫтәмә эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирә. Проект буйынса 300 мең һум инвестиция йәлеп итеү  планлаштырыла.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларға орлоҡтар һатып алыу өсөн шәхси эшҡыуарлыҡты төҙөү һәм үҫтереүгә  (“Стартап” проекты) субсидиялар алыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас