

Көҙҙөң матур бер көнөндә “Изгелек ҡыл” акцияһы сиктәрендә, ауыл ветерандар советы рәйесе менән берлектә ауылдың оло инәйҙәренең береһенең хәлен белештек. Ул—хеҙмәт ветераны Роза Иҫәнгилдина.
Роза инәйҙең ихатаһы һәм баҡсаһы сәскәләргә күмелгән. Баҡсаһында йәшелсәләр, картуф гөрләп үҫә.
Әлбиттә, бында инәйҙең балалары һәм ейәндәренең ярҙамы ҙур. Улар яҡын кешеләрен үҙ хәстәренән һәм иғтибарынан ҡалдырмай. Берәүҙәрен ҡыуанып оҙатып ҡалһа, икенсе балалары ҡапҡа аша атлай. Бына шундай бәхетле ҡартлыҡ кисерә беҙҙең Роза инәй.