ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2021, 15:53

Хәйбуллалар исеменән оло рәхмәт

Радий Хәбиров менән “тура бәйләнешкә” Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов сыҡты. Таһир Мөғлитдин улы республика башлығына уның ҡушыуы буйынса  ҡыҫҡа ваҡыт  эсендә Әбеш һәм Аҡъюл ауыл Советтарында   ете ауылда кәрәҙле бәйләнеш булдырылыуға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Хәйбуллалар исеменән оло рәхмәтХәйбуллалар исеменән оло рәхмәт
Хәйбуллалар исеменән оло рәхмәт

Радий Хәбиров, үҙ сиратында, бының Хәйбулла районы халҡына урман янғындарын һүндереүгә ҙур көс һалыуҙары өсөн  рәхмәт яуабы булыуын белдерҙе.

“Әбеш ауыл  биләмәһендә йәшәүселәргә, ирекмәндәргә урманды һаҡлап ҡалыуҙары сәләмдәр еткерегеҙ. Киләсәктә телекоммуникация мөмкинлектәрен үҫтереү сиктәрендә,  кәрәҙле бәйләнеш сифатын арттырыу маҡсатында вышкалар төҙөрбөҙ”,--тине.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас