

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәргән акция тамамланды.
Унда теләгән һәр кеше аҙ тәьмин ителгән, ишле, тулы булмаған ғаиләләргә тәрбиәләнгән балаларға, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итә ала ине. Ошо маҡсатта канцелярия тауарҙары, балалар ижады өсөн йыйылма, портфель, мәктәп формалары, әсбаптар, нәфис әҙәбиәт йыйылды.
Хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, изге йөрәкле башҡа кешеләр ярҙамы менән шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә 288 ғаиләнән 310 бала 466 981 һумлыҡ дөйөм суммаға адреслы ярҙам алды.