

Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, быйылғы август ныҡ ҡоро килде.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, һуңғы 30 йылда республика биләмәһендә ошондай ҡоро августың булғаны юҡ ине. Йәйҙең һуңғы айында Башҡортостанда яуым-төшөмдөң 9% ғына яуған. Ҡайһы бер көнбайыш һәм көньяҡ райондарҙа ямғырлы бер көн дә күҙәтелмәгән.
Ләкин календарь көҙҙөң тәүге көндәре төҙәтмәләр индерә, тип хәбәр итте синоптиктар. Бөгөн 4 сентябрҙә республиканың күпселек райондарында ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көсәйеүсән. Ял көндәрендә һауа температураһы көндөҙ +13,+18 градусҡаса түбәнәйә.
https://www.bashinform.ru/bash/1639154/