ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2021, 14:55

Ғәле ауылы кешеләре өйҙәренә ҡайтты

Урындағы халыҡ янғын менән көрәшкән һәр кемгә рәхмәт белдерә, ямғыр яуғанына сикһеҙ шат.

Ғәле ауылы кешеләре өйҙәренә ҡайттыҒәле ауылы кешеләре өйҙәренә ҡайтты
Ғәле ауылы кешеләре өйҙәренә ҡайтты

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Баймаҡ районында көслө урман янғындары теркәлде. Ут Ғәле ауылына ажарланып яҡынайғас, унда йәшәгән халыҡ тиҙ арала эвакуацияланды.

Кисә төнгә тиклем янғынды туҡтатыуға алты берәмек махсус техника йәлеп ителде, эшкә ут һүндереүселәр, район халҡы, ирекмәндәр ҡушылды. Баймаҡ - Сибай юлы ваҡытлыса ябылды. Төндә янғын сығыу хәүефен контролдә тотоу өсөн ир-егеттәрҙән дежурлыҡ ойошторолдо. Бәхеткә күрә, артабан ут ҡурҡынысы сыҡманы. Таңға ҡарай яуған ямғыр хәүефте тағы ла кәметте.

Бөгөн иртә менән Ғәле ауылында йәшәгәндәр үҙ йорттарына ҡайта башланы. Әле уларҙың туғыҙы өйөндә. Кисә 16 кешегә үҙ йортонан китергә тура килгәйне.

Магнитогорск - Ира автомобиль трассаһының 106-сы - 128-се саҡрымы өлөшөндә ваҡытлыса ябылған юл бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙа асылды.

Ут менән һаҡ булайыҡ! Быйылғы йәй был йәһәттән һәр беребеҙҙе ныҡлы киҫәтте. Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмауын онотмаһаҡ ине.

 

 

 

Фото: Гүзәл Сәлихова.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-09-04/le-auyly-keshel-re-y-ren-ayta-bashlany-2491572
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас