ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2021, 03:45

Башҡорттар “Поле чудес”та

“Көмөш тәңкә” ижади коллективын ни өсөн Мәскәү аэропортында үткәрмәй маташҡандар?

Башҡорттар “Поле чудес”таБашҡорттар “Поле чудес”та
Башҡорттар “Поле чудес”та

Сығышы менән Ишембайҙан булып, әле Өфөлә йәшәгән Альбина Хәйбуллина “Беренсе канал”дың “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында ҡатнашып ҡайтты.

Ул, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, киң күңеллелеге билдәһе итеп, бүләккә бал, бауырһаҡ һәм ҡаҡланған ҡаҙ алып барған. Был йәһәттән уға Ишембай районы хакимиәте етәкселеге ярҙам күрһәткән.

Альбина менән бергә Мәскәүгә Салауат ҡалаһының “Көмөш тәңкә” ижади коллективы ла барып ҡайтҡан. Улар халҡыбыҙ ижадының аҫыл гәүһәре булған “Гөлнәзирә”не йырлап-бейеп, тамашасыларҙы һоҡландырған. Сығыш тапшырыуҙың алып барыусыһы Леонид Якубовичҡа ла хуш килгән.

"Еңеү яуламаһам да, был сәфәр иҫ киткес матур тәьҫораттар бүләк итте", - ти Альбина.

Әйткәндәй, Мәскәүгә барышлай аэропортта сетерекле хәл дә булып ала: ансамбль ағзаларын тикшереү хеҙмәте үткәрмәй. Баҡтиһәң, һаҡ хеҙмәткәрҙәрендә уларҙың милли кейемдәрендәге тәңкәләр шик тыуҙырған икән. Боронғо тәңкәләр контрабанда менән бәйле булыуы бар, тигән шик барлыҡҡа килә уларҙа. Ниндәй маҡсат менән ҡайҙа юлланыуҙарын аңлатҡандан һуң хәл яйлана.

 

 

 

Фото: Марина Новикова.

Видео: vk.com/myufa

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-03/bash-orttar-m-zhiz-l-r-yalany-n-yaulay-2491206
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас