ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2021, 09:45

Берҙәмлегегеҙ өсөн рәхмәт

Радий Хәбиров Хәйбулла районында урман янғынын һүндереүҙә ҡатнашыусылар менән осрашты

Берҙәмлегегеҙ өсөн рәхмәтБерҙәмлегегеҙ өсөн рәхмәт
Берҙәмлегегеҙ өсөн рәхмәт

“Урман янғындарын һүндереүселәр менән осрашып, рәхмәт белдереү өсөн Хәйбулла районына юл тоттом. Беҙ бик етди тәбиғи афәт алдында торҙоҡ. Ауылдарҙың “ҡыҙыл әтәс”тән зыян күрмәүе иң мөһим бурыс булды һәм беҙ уны үтәй алдыҡ.  Бының өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт”,--тине Радий Хәбиров  ут һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан ирекмәндәр, ауыл халҡы,  Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан  Дәүләт комитеты, Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы етәкселәре, Урал аръяғы хакимиәттәре башлыҡтары алдында сығыш яһап.

--Бер ауылда да уттан зыян күрмәне. Республика өсөн бындай ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйманығыҙ. Был бик мөһим,--тине Радий Хәбиров.—Икенсе мөһим бурысты ла үтәнегеҙ: һеҙҙең берҙәмлек менән урман янғындары масштаблы статус алманы. Былтыр 4 мең гектарға яҡын майҙанда урман янды, ә быйыл 13 мең гектар тиерлек майҙанды ут ялманы. Һеҙҙең оператив эшегеҙгә бәйле,  күп юғалтыуҙарға юл ҡуйылманы. Берҙәмлегегеҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Утҡа ҡаршы көрәшкә янғын һүндереүселәр генә түгел, ябай халыҡ та әүҙем күтәрелде.

Радий Хәбиров барыһын да 2021 йылдың  урман янғындарынан, тәбиғәт афәтенән, етди һығымта яһарға саҡырҙы.

“Республика урман хужалығы министрлығының матди-техник базаһын нығытыу мөһим. Климат үҙгәрә, ҡоролоҡло йылдар йышая. Ҡатмарлы хәл-торошҡа һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк. Янғындарҙы мониторинглау системаһы өҫтөндә лә  уйларға кәрәк. Ут сығанаҡтарын ваҡытында асыҡлау һәм һүндереү маҡсатында үтеп инеүе ауыр булған таулы урындарҙағы телерадиовышкаларында  “Урман һаҡлағыс” видеокамера системалары ҡуйыла башланы. Тағы ла бер һөҙөмтәле инструмент—пилотһыҙ авиация. Иң мөһиме—янғындарҙы башланғыс стадияла асыҡларға кәрәк. Көҙ айҙарында Ка-32А11ВС яңы янғын һүндереү вертолетын һынап ҡарау эше башлана. Киләһе йыл инде ул дежурлыҡ итә башлай. Бынан тыш, ирекмәндәрҙе (ә улар бигерәк тә күп)  ирекмәндәрҙе өйрәтеү үҙәгендә тәбиғәт афәттәренә ҡаршы көрәшкә өйрәтә башлаясаҡтар. Барлыҡ урман-техник сараларҙы системалы нигеҙҙә тормошҡа ашырыу мөһим”, --тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы.

Артабан муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ирекмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы, ә ауылдарҙағы ирекле дружиналар етәкселәренә махсус кейем һәм экипировкалар бирелде.

--Күрше райондар һәм  бөтә республика ирекмәндәренә оло рәхмәт белдерәм. Барлыҡ райондарҙан ут һүндерергә үҙ теләктәре менән Хәйбуллаға килделәр. Кешеләр үҙҙәрен йәлләмәй, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып тигәндәй тәүлек әйләнәһенә эшләне. Беҙҙе ошондай ҙур бәлә алдында яңғыҙ ҡалдырмауығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Тәбиғәт афәтенең беренсе көндәренән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре,  республиканың барлыҡ битараф булмаған халҡы беҙҙеъң менән бергә булды,--тине Рөстәм Динислам улы.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Урман министрлығы хеҙмәкәрҙәренә, Урал аръяғы ҡалалары һәм райондары башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе.

“Әлбиттә, бында урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла йыйылманы. Улар йөҙләгән һәм меңләгән кеше. Барыһына ла оло рәхмәт. Һеҙ беренселәрҙән булып ауылдарҙы һәм урмандарҙы һаҡлауға ташландығыҙ,--тип осрашыуға йомғаҡ яһаны Радий Хәбров.—Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ул  тәүге көндәрҙән алып өс аҙна дауамында бында эшләне”.

Башинформ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас